Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Апрель 2020, 19:05

Армияға алыу кисектерелә

15 меңе мәктәп уҡыусылары.

Быйыл яҙ сығарылыш класс уҡыусыларын армияға алмайҙар, уларға БДИ тапшырырға мөмкинлек биреләсәк. Ҡораллы Көстәрҙең Генштаб начальнигы Валерий Герасимов ошо хаҡта белдерҙе.
- Бөтәһе 650 меңдән ашыу егет хәрби комиссариатҡа саҡырылырға тейеш, шуның 15 меңе – мәктәп уҡыусылары. Бөтәһе 135 мең егет армияға алынасаҡ, - тине Валерий Герасимов.
Әйткәндәй, коронавирус эпидемияһы арҡаһында Оборона министрлығы саҡырыу комиссияларының эшен бер аҙға кисектерҙе. Армияға алынасаҡ барлыҡ призывниктар ҙа 14 көн карантинда буласаҡ һәм коронавирусҡа анализ тапшырасаҡ.
Читайте нас: