Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Апрель 2020, 18:20

Әбей бер аҙна ла йәшәп өлгөрмәй

Өйҙә генә ултырасаҡмын.

Камал бабайҙың әбейе донъя ҡуйҙы.
– Ҡуй инде, хәҙер яңғыҙ нисек йәшәрмен, – тип илаулап йөрөгән ҡартты һәр кем үҙенсә йыуатҡан булды.
– Үлгән артынан үлеп булмай, үҙеңә көңгөр-ҡаңғыр һөйләшеп ултырырға берәй иптәш кәрәк. Анау хәтлем донъяны һүндермәҫһең инде, – тип ҡайһы берәүҙәре күргән-белгән әбей-һәбейҙе димләштерә башланы.
Бер көндә күрше ҡатыны:
– Фәлән-фәлән ауылдағы әбейҙең ҡылын тартҡылап ҡараным, ыңғайлаған һымағыраҡ. Үҙең барып һөйләш әле, – ти.
Бара бабай, әбей риза була һәм үҙенең шартын әйтә.
– Барһам да, мин һинең мал-тыуар араһында буталып, баҡсаңда бөксәнләп йөрөргә тормайым. Өйҙә генә ултырасаҡмын.
– Ярай, ярай. – Бығаса ла донъя-тирәһендәге эштәрҙе һыпырылып үҙе башҡарған ҡарт быға әллә ни иғтибар бирмәй.
Бабай әбейҙе алып ҡайта, мулла саҡырып никах уҡыталар. Әммә яңы урында әбей бер аҙна ла тороп өлгөрмәй, уны фалиж һуға ла ҡуя. Хәҙер өйҙә генә ултыра, хәжәте лә эргәһендә, ти.
Уйнап әйтһәң дә, уйлап һөйлә, Хоҙайҙың ишетеүе бар, тип тәккә генә әйтмәгәндәрҙер.
Читайте нас: