Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Апрель 2020, 13:55

Был хаҡта һөйләшмәйек

- Туғаным, кил әле бында, кил.Баҙарҙа аңшайып йөрөгәнемде күреп, себеш һатып торған ханым үҙенә әйҙүкләне:- Минән генә ал, минән генә, иң яҡшыларын бирәм. Бында иң һәйбәттәре минеке. Бала кеүек ҡарайым бит уларҙы. Ғүмер буйы ҡошсолоҡ фабрикаһында эшләгәс, уның рәт-сиратын яҡшы беләм. Бүтәндәрҙеке тәк сибә. Унан апай себеште нисек тәрбиәләүе, нимәләр ашатыуы хаҡында тәфсирләп һөйләй башланы: Үҙең үҫтергән тауыҡҡа, үҙеңдең күкәйеңә етәме ни ул! Үҙем шунда эшләгәс, нимә ашатҡандарын вис беләм. Бөтәһе лә химия!Апай ярым бышылдауға күсте. Бармағы менән бирерәк торған ҡатынға төртөп күрһәтте.- Хоҙайым, анау ҙа себеш һатып торған була, әҙәм алдап! Гонаһынан да ҡурҡмай. Былтыр берәү килеп, себештәрең ыслабый булды, иртәгәһенә үк вис ҡырылды, тип зыҡ ҡубып әрләшеп йөрөгәйне, - тине апай, - иридакцияла эшләйем тиһең инде? - тип ҡабатлап һораны ул.- Эйе.- Ҡайһы райондан?- Ҡырмыҫҡалынан, - тинем.-Атаҡ, мин дә шунан. Яҡташтар икәнбеҙ. Ҡайһы ауылдан?- Ҡарағайҙан.-Бәй, күрше ауыл бит.- Улай булғас, Фәлән Фәләновичты беләһеңдер? – Ул миңә таныш кешенең исем-шәрифен әйтте.-Беләмсе.- Шуның менән бер урамда үҫтек инде. Хәҙер әллә кем булып, гыластук тағып йөрөһә лә, элек эт аламаһы булды. Ул әсәләре, Хоҙайым, күршеләрҙе тамам толландарҙы. Аҙаҡ беҙ леспромхозға күсеп киттек унан. Колбаса менән аҡ икмәк кенә ашап йәшәнек. Калхуз мәңге хәйерсе булды бит, ашарға икмәге булманы.Бер аҙҙан яҡташ апай бер ойошмала етәксе булып эшләгән икенсе кешене иҫкә төшөрҙө.- Шуны беләһеңдер?- Беләм, әлбиттә!- Уны ла бик маҡтамайҙар, насар, ағас игәү, тиҙәр. Ҡул аҫтында эшләгәндәрҙе тамам озлата икән…Апайҙың беҙҙең төбәктән сыҡҡан билдәле кешеләр хаҡында күп белеүе хаҡында хайран ҡалдым. Был тиклем мәғлүмәтте ҡайҙан йыйғандыр...Бер аҙ туҡталып торған арала эше менән ҡыҙыҡһынам.- Үтәме?- Үтмәгән ҡайҙа ул! Ҡырылышып алалар.- Тимәк, файҙаһы бар?- Булмаһа, ошонда бушҡа тораммы ни! Былтыр Төркиәлә булдым, быйыл үҙебеҙҙең Ҡырымға барырға тип торам. Пенсия аҡсаһына ғына ҡарап торһаң, йәшәрһең бында.- Улайһа, һәйбәт.Унан яҡташ апай йәнә минән “имтихан” алыуын дауам итте.-Ҡатының ҡайһы райондан?- Нуримандан.- Башҡортмо?- Эйе.- Ҡайҙа эшләй?- Нәшриәттә.- Балаларығыҙ нисәү?- Ике ҡыҙыҡай.- Янына бер малай ҙа апҡайтырға кәрәк. Әтеү фамилияң юғала. Илдә сәпсек үлмәй ул. Ана беҙ унау үҫтек.- Апай, үҙегеҙҙең балалар нисәү? Хәҙер ҙурҙарҙыр инде? – тип һорай ҡуйҙым.- Әйҙәгеҙ, был хаҡта һөйләшмәйек. - Әле генә тытылдығы сыҡҡан апай ҡырт киҫте, йөҙө үҙгәрҙе. Унан телефон һандарын һорап алды.- Кәрәк булһа, шылтыратырмын әле...Иң аптыратҡаны һуңынан булды: яҡташ апай маҡтап-маҡтап һатҡан себештәрҙең иртәгәһенә яртыһы бер-бер артлы үлде.

- Туғаным, кил әле бында, кил.
Баҙарҙа аңшайып йөрөгәнемде күреп, себеш һатып торған ханым үҙенә әйҙүкләне:
- Минән генә ал, минән генә, иң яҡшыларын бирәм. Бында иң һәйбәттәре минеке. Бала кеүек ҡарайым бит уларҙы. Ғүмер буйы ҡошсолоҡ фабрикаһында эшләгәс, уның рәт-сиратын яҡшы беләм. Бүтәндәрҙеке тәк сибә.
Унан апай себеште нисек тәрбиәләүе, нимәләр ашатыуы хаҡында тәфсирләп һөйләй башланы:
Үҙең үҫтергән тауыҡҡа, үҙеңдең күкәйеңә етәме ни ул! Үҙем шунда эшләгәс, нимә ашатҡандарын вис беләм. Бөтәһе лә химия!
Апай ярым бышылдауға күсте. Бармағы менән бирерәк торған ҡатынға төртөп күрһәтте.
- Хоҙайым, анау ҙа себеш һатып торған була, әҙәм алдап! Гонаһынан да ҡурҡмай. Былтыр берәү килеп, себештәрең ыслабый булды, иртәгәһенә үк вис ҡырылды, тип зыҡ ҡубып әрләшеп йөрөгәйне, - тине апай, - иридакцияла эшләйем тиһең инде? - тип ҡабатлап һораны ул.
- Эйе.
- Ҡайһы райондан?
- Ҡырмыҫҡалынан, - тинем.
-Атаҡ, мин дә шунан. Яҡташтар икәнбеҙ. Ҡайһы ауылдан?
- Ҡарағайҙан.
-Бәй, күрше ауыл бит.
- Улай булғас, Фәлән Фәләновичты беләһеңдер? – Ул миңә таныш кешенең исем-шәрифен әйтте.
-Беләмсе.
- Шуның менән бер урамда үҫтек инде. Хәҙер әллә кем булып, гыластук тағып йөрөһә лә, элек эт аламаһы булды. Ул әсәләре, Хоҙайым, күршеләрҙе тамам толландарҙы. Аҙаҡ беҙ леспромхозға күсеп киттек унан. Колбаса менән аҡ икмәк кенә ашап йәшәнек. Калхуз мәңге хәйерсе булды бит, ашарға икмәге булманы.
Бер аҙҙан яҡташ апай бер ойошмала етәксе булып эшләгән икенсе кешене иҫкә төшөрҙө.
- Шуны беләһеңдер?
- Беләм, әлбиттә!
- Уны ла бик маҡтамайҙар, насар, ағас игәү, тиҙәр. Ҡул аҫтында эшләгәндәрҙе тамам озлата икән…
Апайҙың беҙҙең төбәктән сыҡҡан билдәле кешеләр хаҡында күп белеүе хаҡында хайран ҡалдым. Был тиклем мәғлүмәтте ҡайҙан йыйғандыр...
Бер аҙ туҡталып торған арала эше менән ҡыҙыҡһынам.
- Үтәме?
- Үтмәгән ҡайҙа ул! Ҡырылышып алалар.
- Тимәк, файҙаһы бар?
- Булмаһа, ошонда бушҡа тораммы ни! Былтыр Төркиәлә булдым, быйыл үҙебеҙҙең Ҡырымға барырға тип торам. Пенсия аҡсаһына ғына ҡарап торһаң, йәшәрһең бында.
- Улайһа, һәйбәт.
Унан яҡташ апай йәнә минән “имтихан” алыуын дауам итте.
-Ҡатының ҡайһы райондан?
- Нуримандан.
- Башҡортмо?
- Эйе.
- Ҡайҙа эшләй?
- Нәшриәттә.
- Балаларығыҙ нисәү?
- Ике ҡыҙыҡай.
- Янына бер малай ҙа апҡайтырға кәрәк. Әтеү фамилияң юғала. Илдә сәпсек үлмәй ул. Ана беҙ унау үҫтек.
- Апай, үҙегеҙҙең балалар нисәү? Хәҙер ҙурҙарҙыр инде? – тип һорай ҡуйҙым.
- Әйҙәгеҙ, был хаҡта һөйләшмәйек. - Әле генә тытылдығы сыҡҡан апай ҡырт киҫте, йөҙө үҙгәрҙе. Унан телефон һандарын һорап алды.- Кәрәк булһа, шылтыратырмын әле...
Иң аптыратҡаны һуңынан булды: яҡташ апай маҡтап-маҡтап һатҡан себештәрҙең иртәгәһенә яртыһы бер-бер артлы үлде.
Читайте нас: