Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Апрель 2020, 00:50

Һинең һымаҡ мин дә яҙа алам...

Бына аҙаҡ ҡайҙа баҫтырырға белмәйем.

Ауыл дауаханаһындағы әҙәби осрашыу бик йәнле барҙы.
- Күпме эшләйбеҙ, ғүмере яҙыусылар килгәне юҡ, - тип ҡыуандылар.
Ял итеү бүлмәһендә Таңсулпан Ғарипова, Айгиз Баймөхәмәтов, Зифа Ҡадированың китаптарын күреп, күңелебеҙ күтәрелде.
- Хәҙер кеше китапты онотто тип зарланабыҙ. Бына бит уҡыйҙар, - тине юлдаштарымдың береһе.
- Яҡшы әҫәрҙәрҙе ҡалдырыу юҡ. - Дауахана хеҙмәткәрҙәре һүҙгә әүәҫ ине. - Бына “Ҡалдырма, әсәй” повесын сиратлашып уҡыныҡ. Шәп яҙылған.
Улар Айгиз Баймөхәмтовҡа үҙҙәре ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы биреп ҡалырға тырыштылар...
Осрашыуҙан һуң фотоға төшкәс, һаубуллашып, ҡайтыр юлға йыйындыҡ. Шул саҡ шаҡтай өлкән баш табип эргәмә килде:
- Ҡустым, анау ваҡ-ваҡ хикәйәләреңде яратып уҡыйым, матур яҙаһың. Уйлайым-уйлайым да, һинең һымаҡ ҡына мин дә яҙа алыр инем тим. Эшләү дәүерендә ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәлдәр күп булды. Шуларҙы яҙып, китап итеп сығарырға ине. Тик бына аҙаҡ ҡайҙа баҫтырырға белмәйем. Ярҙам итерһеңме икән? Һин Өфөлә шул тирәлә йөрөгәс, рәт-сиратын яҡшы беләһеңдер.
- Ярай, ярай, белешермен! – Бер юлы уның яҙмаларын алып китергә булдым.
- Ағай, ҡайҙа хикәйәләрегеҙҙе алып китеп, ҡарай торормон, бәлки, гәзиттә бирә торорбоҙ.
- Юҡ, әле яҙмағаным бит. Күптән уйлап йөрөһәм дә, яҙа алмайым да ҡуям.
Унан һуң шаҡтай ваҡыт үтте. Бер көндө телефон шылтырағанға ҡараһам, теге табип ағай.
- Һаумы, ҡустым! – Ағайҙың көр тауышы ишетелде. Моғайын, теге китап хаҡында белешергә шылтыраталыр тиһәм, үтенесе бөтөнләй икенсе.
- Бына нимә ҡустым, - тип телгә килде ул. – Киләһе аҙнала апайығыҙҙың юбилейы бит, гәзиткә ҡотлау яҙырға ине. Бына аҙна буйы тотоноп, ҡарайым, һис кенә лә килештереп булмай. Һин миңә шул ҡотлау һүҙен яҙып бирмәҫһеңме икән?
Читайте нас: