Был һүҙ һеҙгә танышмы? Бәй, ни эшләп таныш булмаһын! Үҙегеҙ ҙә уны йыш ҡабатлайһығыҙ. Шулай бит!
Баҡтиһәң, тормошта теләһә ниндәй һүҙҙәре ҡулланырға кәңәш итмәйҙәр. Немец психотерапевы Носсарт Пезешкиан уларҙы ауырыуҙар килтереп сығара торған һүҙҙәр тип асыҡлаған.
Беҙҙең башҡорт телендә лә ундай һүҙҙәр бар: “туйҙым был тормоштан”, “йөрәккә бәрҙе”, “үтте һытырлыҡ итеп”, “лимон кеүек һығылдым”, “ҡанды эсте”, “йөрәккә бысаҡ ҡаҙанылармы ни”, “үләм инде”...
Йөрәк менән әйтемдәр – йөрәк, “үҙеңде ашау” ашҡаҙан ауырыуҙарын килтереп сығара икән. Шулай булғас, уйлап ҡына һөйләшергә өйрәнәйек. Бер кем дә үҙ-үҙенә дошман түгел бит.