Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Апрель 2020, 14:25

Тупраҡты ҡайҙан алырға?

Ҡайын һәм ылыҫлы ағастар аҫтынан бер ҡасан да тупраҡ алмағыҙ, ундай ерҙә үҫентеләр насар үҫә.

Яҙ етте. Был көндәрҙә күптәр гөл ултыртыу, уны күсереү менән мәшғүл. Белгестәр бының өсөн тупраҡты урмандан алырға кәңәш итә.Япраҡлы ағастар аҫтындағы тупраҡ уңдырышлы булыуы менән айырыла. Иң яҡшыһы – сәтләүек ҡыуағы, уҫаҡ, йүкә, саған аҫтындағы тупраҡ. Ҡайын һәм ылыҫлы ағастар аҫтынан бер ҡасан да тупраҡ алмағыҙ, ундай ерҙә үҫентеләр насар үҫә. Ылыҫлы ағастар тупраҡты әселәндерә. Ҡайын уңдырышһыҙға әйләндерә, үҫентеләрҙе хәлһеҙләндерә торған матдәләр бүлеп сығара.Урманға барырға мөмкинлегегеҙ булмаһа, кәҫле тупраҡ әҙерләгеҙ. Баҡсанан алырға уйлаһағыҙ, һарымһаҡ үҫкән урынды һайлағыҙ, ул ерҙе зарарһыҙландыра.
Читайте нас: