Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Апрель 2020, 22:35

Йоҡлай алмайһығыҙмы?

Тәбиғи һауығыу сараһы.

Бының өсөн мөмкинлек булғанда ялан аяҡ йөрөргә ҡуша табиптар. Аяҡ табандарындағы нервы төйөндәренә тейеү нервы системаһын нығыта, кәйефте, иммунитетты күтәрә, йоҡоһоҙлоҡтан ярҙам итә. Йәйен ысыҡлы йәшел үләндән, йылы ҡомда йәки һуйырташтарға баҫып йөрөү – тәбиғи һауығыу сараһы.
Ҡышын бер минут ҡарҙан йөрөп килергә мөмкин. Быны аяҡтарға контраст душ яһап сыныҡтырғандан һуң ғына эшләргә ярай. Ҡарҙа ялан аяҡ йөрөгәндәр миҙгелле ауырыуҙарға бирешмәй, сөнки иммунитет нығый, ул балаларға ла бик файҙалы. Ингәс, аяҡтарҙы ҡоротоп һөртөргә һәм йылы ойоҡбаш кейергә кәрәк.
Читайте нас: