Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Апрель 2020, 01:00

586 кешеге штраф һалынды

Кемдең артыҡ аҡсаһы бар?

Коронавирусты таратыуға юл ҡуймау өсөн үҙ аллы изоляция иғлан ителеүе хаҡында ишетмәгән кеше ҡалмағандыр. Шулай ҙа был етди талапты үтәргә теләмәгәндәр арабыҙҙа етерлек, кәрәкме-кәрәкмәйме, ҡала урамдарын ҡыҙыра бирәбеҙ. Бөгөн Өфөлә тап шундай 586 киҫекһеҙ әҙәмгә үҙ аллы изоляция режимын боҙған өсөн бер меңдән 30 мең һумға тиклем штраф һалынған. Был хаҡта Именлек Советы хәбәр итә.
Бөгөн шулай уҡ республика Башлығы бер нисә дәүләт ойошмаһына штраф һалыу хоҡуғы бирелеү тураһында өҫтәмә указға ҡул ҡуйҙы. Шулай итеп, үҙ аллы изоляция талаптарын үтәмәгәндәргә урамдарҙа штраф түләтеүселәр бермә-бер артасаҡ.
Фото:”Башинформ”.
Читайте нас: