Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Апрель 2020, 01:45

Интернат ике аҙнаға карантинға ябылған

Ҡала халҡы был хәлде аңлап ҡабул итте.

Эй, яратабыҙ ҙа имеш-мимеште ҡырҡҡа түкмәстереп, шаштырып һөйләргә. Кисә Нефтекама психиневрологик интернатында бер пациент вафат булған. Ул хроник бронхиттан яфаланған, 2016 йылдан күҙәтеү аҫтында булған. Ошо хәлде ҡуйыртып ебәргәндәр.
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ленара Ивановаға интернат директоры хәбәр итеүенсә, пацинетта йүтәлләү, юғары температура күтәрелмәгән, шулай ҙа анализдар шик тыуҙырған. “Шуға беҙ был хәлде иғтибарға алдыҡ һәм изоляцияға ябылырға булдыҡ. Бөгөн 13 кеше карантин режимында. Ҡала халҡы был хәлде аңлап ҡабул итте. Иртән иртүк учреждение эшкәртелде, төрлө костюмдар, битлектәр ебәрҙеләр. Шик аҫтына алынғандар айырым бүлеккә урынлаштырылды. Кесе һәм урта медицина персоналының бер өлөшө ябыҡ режимда эшләй. Был хәлде хеҙмәткәрҙәр сабырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ менән ҡабул итте”, - тине Рәдиф Гәрәев.
Читайте нас: