Рәсәй президенты Владимир Путин тәүҙә апрелдең тәүге аҙнаһын, унан айҙы тулыһынса эш көндәре булмауын иғлан итте. Дәүләт башлығының матбуғат секретры Дмитрий Песков Беренсе каналда: “Үҙ аллы изоляция ҡабул ителмәһә, илдә хәл күпкә насар булыр ине. Был аҙымға бармаһаҡ, коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар үтә ныҡ артасаҡ”, – тип белдерҙе.
Әйткәндәй, Башҡортостанда 65 йәштән өлкәндәр һәм балалар өсөн комендант сәғәте индерелеүен тағы иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. Балаларға киске сәғәт алтынан көндөҙгө бергә тиклем йәмәғәт урындарында йөрөү тыйыла.“Ниндәй хәлдә булыуға ҡарамаҫтан, 65 йәштән өлкәндәрҙең йорттан сығып йөрөүен сикләйбеҙ. Беҙ киске сәғәт алтынан иртәнге унға тиклем уларҙың йәмәғәт урындарында йөрөмәүен талап итәбеҙ”, – тип белдерҙе Радий Хәбиров.