Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Апрель 2020, 22:55

Балаларға “икеле” ҡуймағыҙ!

Гел шулай булырмы икән?

Шулай итеп, мең мәшәҡәттәр менән дистанцион уҡытыуҙың тәүге аҙнаһы тамамланды. Уны Радий Хәбиров “өслө”гә баһаланы. Аңлашыла: тәүге аҙнала интернет селтәрҙәренә, белем биреү сервистарына кеше күп ингәнлектән, улар көйлө генә эшләй алманы.
“Дистанцион уҡытыуҙың тәүге аҙнаһы “икеле” ҡуйырлыҡ ҡына булыуын яҡшы беләм. Мин һеҙгә балаларға насар билдә ҡуймаҫҡа ҡуштым, шуға үҙем дә әлегә “өслө” ҡуйып торам. Шулай ҙа был аҙнала ла балаларҙы яфаларға кәрәкмәй. Мин уҡытыу процесына ҡыҫылмайым, әммә, минеңсә, “икеле”ләрҙе ҡуймай торһаҡ, ҙур ҡайғы булмаҫ”, - тине республика Башлығы мәғариф министры Айбулат Хажиндың сығышын тыңлағас.
Радий Хәбиров яуаплы ведомстволарға белем биреү сервистарының эшен яйға һалырға ҡушты.
Читайте нас: