Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Апрель 2020, 23:45

"Икмәклек кенә аҡса бирегеҙ әле!"

Ауырыуҙы йәлләүҙән ҡатындың сикәһе буйлап күҙ йәштәре йүгерҙе.

– Уй, бахы-ы-р! Эй, Хоҙайым! Ниндәй көнгә ҡалған!
Ҡабалана-ҡарһалана эшкә китеп барған Хәҙисә ханым магазин янында хәйер һорап ултырыусыны күргәс, үҙе лә һиҙмәҫтән ытырғанып, шулай тип ҡуйҙы. "Икмәклек аҡса бирегеҙ", - тигән яҙыуы ла бар. "Һуңғы арала ни эшләптер төшөм сыуалған һымаҡ, форсат сыҡҡанда хәйер бирәйем әле".
Хәҙисә меҫкендең алдындағы түбәтәйенә унлығын төшөргән ыңғайға уларҙың ҡараштары осрашты. Ҡатын уның саманан тыш таҙалығына берсә ғәжәпләнде, берсә йәлләне. "Уй, бисара. Хәйер аҡсаһына ғына кеше шул тиклем бүҫелерҙәй булып һимерә тиме. Берәй яман сир менән яфалана торғандыр. Тиккә генә кешенең эйәге әллә икәү, әллә өсәү булып һалынып төшмәй ул. Ана бит, бите лә ҡауын шикелле, бына-бына ярылырға торған һымаҡ. Хатта башына кейгән бүрке лә лепкәһен генә ҡаплаған..." Ауырыуҙы йәлләүҙән ҡатындың сикәһе буйлап күҙ йәштәре йүгерҙе. Бигерәк нескә күңелле шул.
Хәҙисә юл буйына әлеге бахыр тураһында уйланы. "Моғайын, йөрәге менән яфаланалыр. Улар шулай һимерә торған. Кем белә, бәлки, бәләкәй сағында тәмле-татлыны күп һемергән дә, шәкәр тигән яман ауырыуҙан яфаланалыр. Ғүмере лә күп ҡалмағандыр инде".
Кәйефһеҙ генә килеп ингән ҡатынды башҡалар һағайып ҡаршыланы.
– Нимә булды, әллә тағы ла теге һәүерегең ҡыйнанымы?
– Юҡ та.
Хәҙисә барыһын бәйнә-бәйнә һөйләп биргәс, бүтәндәр ҙә һүҙгә ҡушылды.
– Мин уны көн һайын күрәм, – тине ай һайын тигәндәй ике балаһы менән фатирҙан фатирға күсеп йөрөгән Ғәлиә. – Хоҙай бер мөйөш бирмәҫме тип көн дә тиерлек белгән доғаларымды уҡый-уҡый үҙенә хәйер бирәм. Гелән ҡара күҙлек кейеп ултыра. Ул, меҫкенең, тома һуҡыр ҙа шикелле. Йә, ошондай матур донъяны, ҡалабыҙҙың көндән-көн күркәмләнеүен күреүҙән дә мәхрүм булып йәшәй инде. Хоҙайым, дошманыңа күрһәтмәһен.
– Нимуй ҙа, буғай, – тине ҡышҡы пальто алып кейәм тип бурысҡа батҡан Гөлзифа. – Алдында гелән яҙыуы тора.
– Шулай шул.
– Бигерәк ҡыйындыр инде, – тине әлеге лә баяғы шаталаҡ Гөлзифа. - Талағың ташҡан ваҡытта берәйһе менән рәхәтләнеп әрләшеп тә алмағас.
Хәҙисә үҙенең тормошона шөкөрана ҡылды. Собханалла, собханалла, дауаханала йыйыштырыусы булып ҡына эшләһә лә, барыһы ла һәйбәт. Хоҙай насип итһә, иренә лә эш табылыр, фатиры ла булыр. Хөкүмәтебеҙ береһенән-береһе яҡшы программалар ҡабул итә, депутаттарыбыҙ ҙа көн-төн шул турала һөйләй. Әле пенсияға сығып бармайҙар бит әле. Көҙгә иллеһе генә тула.
Эштән ҡайтышлай Хәҙисә ваҡ-төйәк алырға тип магазинға инде. Үҙенән алда торған баһадирҙың ҡиммәтле колбаса, затлы коньяк, шоколадтарҙы пакетына һалғанын күҙе ҡыҙып күҙәтте. Вәт, кешеләр нисек йәшәй! Ә ул, бахыр, һуңғы тапҡыр ҡасан колбаса ашағанын да хәтерләмәй.
Инде ир ҡалған аҡсаһын кеҫәһенә һалып, был яҡҡа боролған ыңғайға, Хәҙисә менән уның ҡараштары осрашты. Ҡатын алдында иртән түбәтәйенә хәйер йыйып ултырған "сирле" ир тора ине...
Читайте нас: