Республика клиник дауаханаһы етәкселегенә үҙ бурысына һалҡын ҡарауҙа шик белдерәләр. Башҡортостан Тәфтиш комитеты Г. Ҡыуатов исемендәге Республика үҙәк клиникаһында COVID-19 таралыу осрағы буйынса тикшереү башланы. Улар медицина учреждениеһындағы пациенттар, хеҙмәткәрҙәр һәм табиптарҙан һорау аласаҡ. Ошонан һуң коронавирус инфекцияһын иҫкәртеүгә үҙ мәлендә сара күрелмәүе өсөн енәйәт эше ҡуҙғатыуға ҡарар ҡабул ителәсәк.