11 апрелдә республикала коронавирус менән ауырыған тәүге пациенттың үлеме рәсми раҫланды. Ул Бәләбәй ҡалаһында йәшәгән, 1938 йылғы.Әткәндәй, Республика үҙәк дауаханаһының баш табибы Эльза Сыртланова белдереүенсә, 12 апрелгә дауаханала пневмония менән 130 ауырыу ята, алтыһы – реанимацияла. Шуларҙың 40 процентында коронавирус инфекцияһы раҫланған (52 пациент). Карантин шарттарында дауаханала 700 медицина хеҙмәткәре эшләй, шул сама пациент иҫәпләнә.
12 апрелгә республикала был ауырыуҙы йоҡторғандар һаны 84 кешегә етте. Шуның 62-һе дауаханаға һалынған, ҡалғандары йорттарында карантинда. Әлегә ете кеше һауыҡҡан, 236 кешелә шик табылған.