Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Апрель 2020, 11:55

Эшләйем тигән кешегә

Берләшеп эшләү отошло.

Башҡортостан яңы барлыҡҡа килгән ауыл хужалығы кооперативтары буйынса Рәсәйҙә алдынғы урынды биләй. Дәүләт ярҙамы, даими бирелгән гранттар ауыл халҡын берләшеп эшләргә, мул уңыш етештеререгә, уны эшкәртергә, сауҙаға сығарырға киң мөмкинлектәр аса. Бөгөн республикала кооперативтр һаны 300-ҙән ашып китә.
Баймаҡтан Рөстәм Әхтәмов “Бай” ауыл хужалығы кооперативын ойошторған. Ҡатыны, билдәле йырсы, журналист Гөлдәр Ишҡыуатова менән 30 төр самаһы һөт аҙығы етештерә, шифалы үләндәр йыйыу менән шөғөлләнәләр.
Дәүләт ярҙамы “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡҡа ярҙам саралары” милли проектына ярашлы алып барыла.

Читайте нас: