Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Апрель 2020, 11:20

Конституцияға индерелгән үҙгәрештәр туған телде һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү өсөн яңы шарттар тыуҙыра

Был төҙәтмә туған телде һаҡлап ҡалыу һәм уны киләсәк быуындарға тапшырыу өсөн мөмкинлек бирә.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, медицина фәндәре кандидаты, Рима Үтәшева ошо хаҡта үҙенең фекерен белдерҙе. “Телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү мәжбүри. Рус теле – дәүләт теле икәнлеген оноторға тейеш түгелбеҙ, әммә шул уҡ ваҡытта барлыҡ туған телдәр бер үк дәрәжәлә һаҡланырға, өйрәнелергә тейеш. Минең өсөн был бик мөһим. Минең күп кешеләрҙеке кеүек тыуған телем икәү – рус һәм татар теле. Башҡортостанда беҙ башҡорт һәм рус телдәрен өйрәнәбеҙ. Туған телде һаҡлау мөһим! Конституцияға Президент тарафынан индерелгән төҙәтмә Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтарҙың рус теле менән бергә туған телен дә дәүләт теле тип итеү хоҡуғын нығыта. Рәсәйҙә 193 милләт вәкиле йәшәй. Был төҙәтмә туған телде һаҡлап ҡалыу һәм уны киләсәк быуындарға тапшырыу өсөн мөмкинлек бирә”, – ти Римма Әмир ҡыҙы.
Конституцияға әлеге төҙәтмә телдәрҙе, шул иҫәптән рус телен дә һаҡлауға ярҙам итәсәк, тип һанай “Башҡортостан рустары соборы” ойошмаһы идарасыһы Виктор Афанасьев. “Тел тураһындағы мәсьәлә беҙҙең мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлау, беҙҙең ижади мираҫыбыҙҙы һаҡлау өсөн бик мөһим, көн ҡаҙағында тора”, – ти ул.
Төҙәтмә нигееҙендә Рәсәй составына ингән республика дәүләт телдәрен билдәләргә һәм уларҙы дәүләт хакимиәте органдарында, ерле үҙидара органдарында, республикаларҙың дәүләт учреждениеларында рус теле менән бер рәттән ҡулланырға хоҡуҡлы. Рәсәй президенты Владимир Путин Конституцияла Рәсәй Федерацияһы “барлыҡ шарттарында туған телде һаҡлау, уны өйрәнеү һәм үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыу хоҡуғын гарантиялай” тигән өҫтәмәне беркетергә ҡушты.
Читайте нас: