Шоңҡар
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Апрель 2020, 18:47

Мөғжизәгә килә ышанғы.... Йәки пластик ҡалдыҡтарҙан ҡотолоу юлы бармы?

Яңыраҡ, “Science” журналы: “Француз ғалимдары пластик ҡалдыҡтарҙы бөтөрөүсе бактерия уйлап тапҡан”, - тигән ҡыуаныслы яңылыҡ менән бүлеште.


Яңыраҡ, “Science” журналы: “Француз ғалимдары пластик ҡалдыҡтарҙы бөтөрөүсе бактерия уйлап тапҡан”, - тигән ҡыуаныслы яңылыҡ менән бүлеште.



Быға тиклем дә планетабыҙҙың һәр мөйөшөндә тиерлек ҡасандыр әҙәм балаһы тарафынан уйлап сығарылған һәм күпләп ҡулланылған нәмәләрҙе бөтөрөү юлын күптән эҙләйҙәр ине инде. Берәүҙәр себен-серекәйгә был эште башҡарырға “ҡушып” маташты, икенсе аҡыллы баштар селәүсендәргә туҡталды. Әле иһә махсус бактерия ярҙамында ҡотолоу сараһын күрергә уйлайҙар. Тик бының файҙаһына ҡарағанда зыяны күберәк булмаҫмы? Ни тиһәң дә пластика һынлы пластиканы бөтөргән нәмәнең кеше һаулығы өсөн дә зарарлы булыуы мөмкин бит. Был хаҡта инженер-физик Илья Рыбальченко “Спутник” радиоһына биргән интервьюһында былай тине: “Тулыһынса юҡҡа сығарыу мөмкинселеге бар икән, был, әлбиттә, шәп асыш. Әгәр ҙә бәләкәй генә киҫәктәре лә ваҡланып тороп ҡала икән, уны ҡулланып тороуҙың мәғәнәһе юҡ. Күҙ буяу өсөн башҡарылған эш һымаҡ ҡына буласаҡ”.


Читайте нас: