Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Апрель 2020, 15:40

Ағастарҙы киҫтегеҙме әле?

Ағыу емештең уртаһында тороп ҡаласаҡ.

Ҡояш нурҙары саҡ ҡына йылытыу менән баҡса күҙгә күренеп үҙгәрә. Кисә генә йоҡлаған бөрөләр асыла, сәскәләр морон төртә башлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ағас-үҫентеләр менән бергә баҡсаға зыян килтергән бөжәктәр ҙә уяна. Иртә яҙ – улар менән көрәшеү өсөн иң уңайлы мәл. Тап ошо ваҡытта баҡсаны төрлө дарыуҙар менән эшкәртеп ҡалырға кәрәк. Улар ауырыуҙарҙы һәм бөжәктәрҙе таралмаҫ элек юҡ итергә ярҙам итер.
Тәү сиртта һәр ағасты ентекләп ҡарап сығырға кәрәк:
Ҡарт ағастарҙың олонон шпатель йә тимер щетка менән таҙартып сығығыҙ. Сөнки айырылып торған ҡайыр аҫтында бөжәктәр ҡышлай, унан йомортҡа һала башлай.
2. Емеш биргән ҡыуаҡтарҙың ботаҡтарын һәм бөрөләрен тикшерегеҙ. Уларға эҫе һыу ҡойорға кәрәклеге тураһында беләһегеҙ инде.
3. Бөжәктәр ҡышлаған урындарҙы таҙартып сығығыҙ: былтырғы япраҡ, олондарҙағы тишек-тошоҡ, кипкән ботаҡтар – быларҙың барыһы ла уларҙың йомортҡа һала торған ҡыуышы. Иң шәп ысул – яндырыу.
4. Ағас һәм ҡыуаҡтарҙы киҫергә ваҡыт. Тәү сиратта эскә ҡарай үҫкән ботаҡтарҙы алығыҙ, ҡамасаулағандарынан һәи иҫкеләренән ҡотолоғоҙ. Ҡояш нурҙары һәм ел ботаҡ араһынан еңел үтергә тейеш.
5. Ағастарҙың һаулығын һаҡлар өсөн эзбиз менән аҡлап сығығыҙ. Тәү сиратта был ысул ағастарҙың олонон ҡояш нурҙарынан һаҡлаһа, икенсе яҡтан ҡайыр аҫтына бөжәктәрҙең ҡунаҡлауына ирек бирмәйәсәк.
Баҡсаны ҡоротҡостарҙан һаҡлауҙың тағы бер һәйбәт ысулы – дарыу һиптереү. Быны дүрт этапта эшләргә кәрәк. Тәүгеһенә мәл етте. Бөрөләр бүрткәс, эште башларға кәрәк.
Икенсеһе – япраҡтар асылғас. Сөнки тап йәшелләнеп сыҡҡан япраҡтар ҡоротҡостар өсөн иң тәмле аҙыҡ.
Өсөнсөһө – ҡыуаҡтар һәм ағастар сәскә атыр алдынан. Тик сәскә атты икән, дарыу һиптерергә ярамай. Ағыуы емештең уртаһында тороп ҡаласаҡ.
Дүртенсеһе – сәскә атҡандан һуң эшләнә. Алма ағасы баш бармаҡ тырнағы, ҡарағат һәм крыжовник борсаҡ ҙурлыҡ булғас, дарыу һиптерегеҙ.
Ағастарҙы тулыһынса эшкәртергә кәрәк. Осонан алып олононоң төбөнә тиклем! Бер ҙур ағасҡа 5 – 6 литр, ҡыуаҡҡа 1 – 1,5 литр дарыу сарыф ителә. Препараттарҙың ҡоротҡостарҙың күпселегенә ҡаршы көрәшкәнен алырға кәрәк. Ағыу буласаҡ уңышҡа насар тәьҫир итер, тип ҡурҡмағыҙ, уларҙың һәр береһенең үҫентеләрҙе һаҡлау ваҡыты сикләнгән.

Лилиә НУРЕТДИНОВА, Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса белгесе.
Читайте нас: