Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Апрель 2020, 17:45

Еңеү парады кисектерелә

Халҡыбыҙ Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләргә әҙерләнә. Үкенескә күрә, һәр йыл һайын 9 Майҙа уҙғарылған парад быйыл был көндә үтмәйәсәк. Бының сәбәбен коронавирус пандемияһы парадта ҡатнашыусыларҙың һәм ҡунаҡтарҙың сәләмәтлегенә ҡурҡыныс тыуҙырыу ихтималлығы менән аңлаталар. Рәсәйҙең һуғыш ветерандры ойошмалары ошондай үтенес менән ил етәксеһенә мөрәжәғәт иткән. Әлегә Еңеү парадының ҡасан үтәсәге аныҡ билдәле түгел, шулай ҙа йә сентябрь башында, йә ноябрҙә үтер тигән фараздар ишетелә.Парад бүтән ваҡытҡа күсерелһә лә, уға әҙерлек бара.

Халҡыбыҙ Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләргә әҙерләнә. Үкенескә күрә, һәр йыл һайын 9 Майҙа уҙғарылған парад быйыл был көндә үтмәйәсәк. Бының сәбәбен коронавирус пандемияһы парадта ҡатнашыусыларҙың һәм ҡунаҡтарҙың сәләмәтлегенә ҡурҡыныс тыуҙырыу ихтималлығы менән аңлаталар. Рәсәйҙең һуғыш ветерандры ойошмалары ошондай үтенес менән ил етәксеһенә мөрәжәғәт иткән. Әлегә Еңеү парадының ҡасан үтәсәге аныҡ билдәле түгел, шулай ҙа йә сентябрь башында, йә ноябрҙә үтер тигән фараздар ишетелә.
Парад бүтән ваҡытҡа күсерелһә лә, уға әҙерлек бара.
Читайте нас: