Рәсәй Президенты Владимир Путин илдә коронавирус инфекцияһы таралыуға ҡаршы көрәш өсөн яңы ҡарарҙар һәм яңы ресурстар талап ителә тип белдерҙе. Әйтәйек, бәләкәй һәм урта бизнесҡа аҡсалата ярҙам күрһәтергә кәрәк, тине. Был аҡсаны улар кире ҡайтарырға тейеш түгел. Бирелгән сумманы предприятелар кәрәкле маҡсаттарҙа тотона һәм эш хаҡы итеп тә түләй аласаҡ.