Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Апрель 2020, 15:50

Бөгөн - Республика халыҡтарының милли кейемдәре көнө

Бүләк кемгә эләгер?

Был байрам республика Башлығы Радий Хәбиров ҡарары менән йыл һайын апрелдең – өсөнсө, сентябрҙең икенсе йомаһында үткәрелә. Сираттағы байрам килеп тыуған эпидемиологик хәл сәбәпле онлайн режимында уҙғарыла. Тәү ҡарауға сәйер кеүек тойолһа ла, тантана йәнле бара. Уны юғары кимәлдә ойоштороу өсөн төрлө мәҙәни ведомстволар әүҙемлек күрһәтә. Мәҫәлән, Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы Артур Туҡтағолов был көнгән арнап махсус йыр яҙған. “Беҙҙең йырға ҡушылып бейегән видео яҙмағыҙҙы 25 апрелгә тиклем үҙегеҙҙең социаль селтәрҙәрегеҙгә #танцуемсбашгосфилармонией хэштегы менән һалығыҙ. Иң үҙенсәлекле яҙмалар 29 апрель – Халыҡ-ара бейеү көнөндә беҙҙең рәсми төркөмгә ҡуйыласаҡ. Унан иң күп тауыш йыйған авторға беҙҙән бүләк буласаҡ”, – тип белдерә филармонияның матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас: