Башҡортостанда Ҡыуатов исемендәге Республика дауаханаһының алты хеҙмәткәрен көс ҡулланып дауаханаға ятырға мәжбүр итәсәктәр. Башҡортостандың Юғары судынан хәбәр итеүҙәренсә, быны республиканың баш санитар табибы талап иткән.
Туғыҙынсы апрелдә улар, изляция режимы иғлан ителгәс, тулы медицина тикшереүе үтмәйенсә, үҙ теләге менән дауахана биләмәһен ҡалдырып киткән. Улар, үҙ сиратында, был хәлде етәкселек беҙҙе рәсми рәүештә үҙ аллы изоляцияға ҡайтарып ебәрҙе, тип аңлтаҡан.
Суд уларҙы мәжбүри дуаханаға һалырға һәм тейешле тикшереүҙәр уҙғарырға кәрәк тигән ҡарарға килгән. Бының өсөн полиция, медицина учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре һәм махсус медицина транспорты кәрәк буласаҡ, тиелә.