Була бит шундай киҫекһеҙ әҙәмдәр! Ҡыуатов исемендәге дауахананан сығып ҡасҡан пациенттарға ҡарата тағы нимә тип әйтәһең! Шулай ҙа ҡасып ҡына ҡотолоп булһа икән! Уларҙы хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре тотоп, эш судҡа тапшырылған. Дистанцион режимда барған судта улар табиптар үҙҙәре ҡайтарҙы тип аҡланырға тырышҡан. Һуңынан ете пациенттың алтыһы тулы медицина тикшереүе үтмәүе билдәле булған. Судья алты кешене мәжбүри дауаханаға һалырға тигән ҡарар сығарған. Етенсе пациентҡа өйҙә ҡалырға рөхсәт булған.
Әйткәндәй, үҙ аллы изоляция шарттарында ҡурҡыныс афәттән бары йорттарыбыҙҙа ултырып, ҡабул ителгән талаптарҙы үтәп кенә ҡотола алырбыҙ. Бер аҙ сабыр булайыҡ, дуҫтар!