Бөгөнгә республикала коронавирус инфекцияһын йоҡторған 297 кеше иҫәпләнә. Үткән тәүлектә был яман ауырыу тағы 45 кешелә асыҡланған. Ике пациент үлгән. Уларҙың икеһе лә оҙаҡ ваҡыт яман шеш ауырыуы менән яфаланған. Был хаҡта һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе. Әле 62 пациент амбулатор күҙәтеү аҫтында, 209 кеше дауаханала ята.