Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Апрель 2020, 16:35

Гөлли Арыҫлан ҡыҙы хәтирәләренән: "Бында йөрөмәһен, ана Сибайға ебәрегеҙ, тигән..."

Гөлли Мөбәрәкова. Миңә бер нәмә лә еңел генә бирелмәне. Мәскәүҙә лә ҡыҙыҡ мәлдәр күп булды. Дөрөҫөрәге, ул хәлдәр миңә хәҙер генә ҡыҙыҡ тойола. Ә ул саҡта барыһын да бик ауыр кисергәйнем. Атаһы ла, әсәһе лә артист тиептер инде, уҡытыусылар минең менән тейешле кимәлдә шөғөлләнме. Үҙем дә ҡыйыуһыҙ булғас, һуңға табан бөтөнләй ҡул һелтәп тиерлек ҡуйҙылар. Һөҙөмтәлә, уҡыу йортон тамамлағанда үҙемде күрһәтерлек бер ролем дә булманы. Һәм театрға мин ролдәрһеҙ ҡайтып төштөм. Бер бәләкәс кенә ролем бар ине барлыҡҡа. Тик ул мөмкинлектәреңде күрһәтерлек түгел. Был мине ныҡ кәмһетте. Баяғы комплекстарға яңылары өҫтәлде. Театр минең өсөн түгел, минән актриса сыҡмай, тип мин үҙ-үҙемә нығыраҡ йомолдом. Шуға ла бер нисә йыл массовкаларҙа ғына йөрөнөм, эштән китәм тип уҡталған саҡтарым да булды. Шул осорҙа театрлаштырылған тамашаларҙа текст уҡыу, төрлө тапшырыуҙарҙы алып барыу өсөн телевидениеға йәлеп итә башланылар. Был хәл мине бер аҙ йыуатты. Театрҙа байтаҡ йылдар эшләп, телевидениеға режиссер булып килгән Рифҡәт ағай Фәйзуллин менән башҡорт һәм рус телдәрендә бик күп сәхнә әҫәрҙәренең телевизион версияһын эшләнек. Ә театрҙа һаман күмәк сәхнәләрҙә йөрөүемде дауам итә инем әле. Бында дөрөҫ башҡарҙың, бында саҡ ҡына яңылыштың, тип Рифҡәт ағай барлы-юҡлы ролдәремде ҡарап, хуплар урында хупланы, тәнҡитләр урында тәнҡитләне. Шулай итеп, тормошта ла, ижадта ла яҡын кәңәшсем һәм остазым булды ул. Телевидениела эшләгәндә лә, һүҙеңде әйтергә ашыҡма, башта тыуһын, ҡарашың менән дә шул уҡ хәл, тип аҙымлап тигәндәй актер эшенең нескәлектәренә өйрәтте. Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” драмаһы буйынса Свердловск киностудияһы төшөргән фильмда Тәңкәбикә ролен уйнағанда уның кәңәштәре миңә ныҡ ярҙам итте. Бына ошолай яйлап ҡына мин актриса булып киттем. “Шоңҡар”ҙар. Ә атайығыҙ был хәлдәрҙе нисек ҡабул итте?Гөлли Мөбәрәкова. Атайым минең менән һөйләшергә лә теләмәне. Нимә эшләйем икән һуң, кәңәш ит, тип яҡын барһам, ғәҙәттәгесә, кит әл-е-е-е, тиер ҙә ҡуйыр ине. Уҡып ҡайтҡас та, бында йөрөмәһен, ана Сибайға ебәрегеҙ, тигән. Тик театрҙың ул ваҡыттағы художество етәксеһе Вәли Ғәлимов, улай ярамай, башта һынап ҡарайыҡ әле, ни тиһәң дә театрҙа тәүге артистар династияһы барлыҡҡа килергә тора, тип ҡаршы төшкән. Тора-бара мине тамашасы телевидениелағы эшмәкәрлегем аша танып ҡабул итә башланы. Бер аҙ күңел күтәрелде. Унан сәхнәлә лә үҙемде ышаныслыраҡ тотоуымды тойҙом. Бер заман атайым, ҡара әле, булдыраһың икән, маҡтайҙар бит һине, тип тә әйткеләй башланы. Әммә уйнағанымды залға инеп ултырып ҡарағаны булманы. Ситтән генә күҙ һала ла сығып китә ине.

Гөлли Мөбәрәкова. Миңә бер нәмә лә еңел генә бирелмәне. Мәскәүҙә лә ҡыҙыҡ мәлдәр күп булды. Дөрөҫөрәге, ул хәлдәр миңә хәҙер генә ҡыҙыҡ тойола. Ә ул саҡта барыһын да бик ауыр кисергәйнем. Атаһы ла, әсәһе лә артист тиептер инде, уҡытыусылар минең менән тейешле кимәлдә шөғөлләнме. Үҙем дә ҡыйыуһыҙ булғас, һуңға табан бөтөнләй ҡул һелтәп тиерлек ҡуйҙылар. Һөҙөмтәлә, уҡыу йортон тамамлағанда үҙемде күрһәтерлек бер ролем дә булманы. Һәм театрға мин ролдәрһеҙ ҡайтып төштөм. Бер бәләкәс кенә ролем бар ине барлыҡҡа. Тик ул мөмкинлектәреңде күрһәтерлек түгел. Был мине ныҡ кәмһетте. Баяғы комплекстарға яңылары өҫтәлде. Театр минең өсөн түгел, минән актриса сыҡмай, тип мин үҙ-үҙемә нығыраҡ йомолдом. Шуға ла бер нисә йыл массовкаларҙа ғына йөрөнөм, эштән китәм тип уҡталған саҡтарым да булды. Шул осорҙа театрлаштырылған тамашаларҙа текст уҡыу, төрлө тапшырыуҙарҙы алып барыу өсөн телевидениеға йәлеп итә башланылар. Был хәл мине бер аҙ йыуатты. Театрҙа байтаҡ йылдар эшләп, телевидениеға режиссер булып килгән Рифҡәт ағай Фәйзуллин менән башҡорт һәм рус телдәрендә бик күп сәхнә әҫәрҙәренең телевизион версияһын эшләнек. Ә театрҙа һаман күмәк сәхнәләрҙә йөрөүемде дауам итә инем әле. Бында дөрөҫ башҡарҙың, бында саҡ ҡына яңылыштың, тип Рифҡәт ағай барлы-юҡлы ролдәремде ҡарап, хуплар урында хупланы, тәнҡитләр урында тәнҡитләне. Шулай итеп, тормошта ла, ижадта ла яҡын кәңәшсем һәм остазым булды ул. Телевидениела эшләгәндә лә, һүҙеңде әйтергә ашыҡма, башта тыуһын, ҡарашың менән дә шул уҡ хәл, тип аҙымлап тигәндәй актер эшенең нескәлектәренә өйрәтте. Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” драмаһы буйынса Свердловск киностудияһы төшөргән фильмда Тәңкәбикә ролен уйнағанда уның кәңәштәре миңә ныҡ ярҙам итте. Бына ошолай яйлап ҡына мин актриса булып киттем.
“Шоңҡар”ҙар. Ә атайығыҙ был хәлдәрҙе нисек ҡабул итте?
Гөлли Мөбәрәкова. Атайым минең менән һөйләшергә лә теләмәне. Нимә эшләйем икән һуң, кәңәш ит, тип яҡын барһам, ғәҙәттәгесә, кит әл-е-е-е, тиер ҙә ҡуйыр ине. Уҡып ҡайтҡас та, бында йөрөмәһен, ана Сибайға ебәрегеҙ, тигән. Тик театрҙың ул ваҡыттағы художество етәксеһе Вәли Ғәлимов, улай ярамай, башта һынап ҡарайыҡ әле, ни тиһәң дә театрҙа тәүге артистар династияһы барлыҡҡа килергә тора, тип ҡаршы төшкән. Тора-бара мине тамашасы телевидениелағы эшмәкәрлегем аша танып ҡабул итә башланы. Бер аҙ күңел күтәрелде. Унан сәхнәлә лә үҙемде ышаныслыраҡ тотоуымды тойҙом. Бер заман атайым, ҡара әле, булдыраһың икән, маҡтайҙар бит һине, тип тә әйткеләй башланы. Әммә уйнағанымды залға инеп ултырып ҡарағаны булманы. Ситтән генә күҙ һала ла сығып китә ине.
Читайте нас: