Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Апрель 2020, 23:35

Минең дә ҡыҙым Даун синдромлы ине. Аҙағы.

Земфира Байбулдинаның "Бәйләнештә" селтәренәнБер хәл иҫкә төштө... “Сафияла ҡунаҡта” студияһы асылған мәл... Сафия менән магазиндан сығып киләбеҙ. Ҡапыл кемдер: “Земфира!” - тип ҡулымдан тотҡанға терт итеп ҡалдым! Алдымда илле биш йәштәр самаһындағы бер ҡатын тора, күәҙҙерндә ‒һағыш, тауышында ‒ ниндәйҙер шом. Бер ‒ миңә бер Сафияға мөлдөрәп ҡарағанға ҡыйын булып китте. Сафия һәр ваҡыттығыса ихласлап: “О-о-о, привет, как дела?” - тигәйне, ҡатындың күҙ йәштәре килеп сыҡты. “Эх, минең дә ҡыҙым Даун синдромы менән ине, ләкин мин ҡалдырып киттем. Хәҙер уға утыҙ йәш тирәһе булыр ине”, - тип йәнә мыш-мыш килеп танауын һөрткөләне! Бына һин молодец ҡурҡмағанһың ,ә миңә ирем шунда уҡ әйтте: өйгә алып ҡайтып йөрөһәң мине күрмәйәсәкһең, кешенән оят “урод” бала тапҡан тип һөйләрҙәр, тине. Ул ғына ла түгел, врачтар ҙа йәбеште: “Ул оҙаҡ йшәмәйәсәк, атламаясаҡ, бер нәмә лә аңламаясаҡ, йәшһең әле, тағы табырһың”, - тинеләр. Мин иҫәңгерәп ҡайт та кит, өйҙәгеләргә үле тыуҙы тинек. Даун бала онотолоп китте, ҡайҙа икәнен дә белешмәнем, оноторға тырыштым. Донъя баҫты, балаларға әүрәнем, тик яңғыҙ өйҙә ҡалһам ғына йөрәк семтеп ала ине. Ошо мәлдә лә үҙемде тиҙ генә ҡулға ала инем. Ваҡыт үтә торҙо, ҡыҙҙарға ун йәш тирәһендә йәнә ауырға ҡалдым. Ирем ныҡ малай теләне, был ике ҡыҙҙы бик күңелен биреп яратмағанын һиҙә инем, гел генә: “Миңә бер малай табып алманың инде”, - тине. Шуға ла өсөнсөгә ауырлы саҡта, эх, малай ғына була күрһен тип теләнем! Теләк тормошҡа ашты! Тик балам тыуып оҙаҡ йәшәмәне, өсөнсө көнөнә үлде. Врачтар тегеләй-былай йүгерештеләр, тик ярҙам итә алманылар, йөрәге туҡтаны сабыйымдың. Был юлы больницанан ысынлап та үле бала менән сыҡғтым. Тормошомда мәшхәр башланды. Ирем баланың үлемендә мине ғәйепләп, шунда уҡ китте. Сабыйҙы ер ҡуйынына оҙатыу менән. Мин ике ҡҙым менән оло ҡайғы йөкмәп ҡалдым.Был ханым минең ҡабаланғанды һиҙеп, әйҙәгеҙ, өйөгөҙгә тиклем һөйләшеп барайыҡ, ошо тирәлә тораһығыҙ шикелле, тип Сафияны етәкләп үк алды. Сафия ла ҡулын биреп, китек, тип шатланып теге ханымға эй, һыйынып, юхаланып китте. Уның һайын ҡатындың күңеле иреп, күҙенән тамған йәштәрен йәшермәне.-Һеңлем һин миңә аптырама инде, былтыр бер тапшырыуҙа күреп ҡалдым һине, юғалтҡан инем телевизорҙа, аптырап киттем, ит һатам, тигәнгә. Аҙаҡ һеҙҙең Даун бала барлығын белгәс, иҫем китеп оҙаҡ ултырҙым. Юҡ, йәлләмәнем, сөнки һеҙ йәлләтерлек итеп һөйләмәнегеҙ, киреһенсә, ниңә мин шулай түгел, тип үҙемде әрләнем. Минең тормош, китап яҙырлыҡ ул, тип һаман һөйләүен белде, миңә ҡыҙыҡмы ул, юҡмы уға был кәрәкмәй ине шикелле.... Ир киткәс, тамам юғалып ҡалдым. Өфөнә күсеп китергә лә уй булды, тик эш мәсьәләһен уйланым. Ирем ярҙам итмәне, ҡыҙҙарына бер йыл эсендә бер пакет тотоп килеп китте. Ул ваҡытта өйләнмәгән ине, аҙаҡ икенсе йылына үҙенән олораҡ ҡатын менән йәшәгәнен ишеттем. Эш менән, донъя мәшәҡәте менән ғүмер үтте, ҡыҙҙар үҫте, мин оло ҡыҙым барлығын бер иҫемә лә төшөрмәнем. Ул хатта төшөмә лә инмәне.Ҡыҙҙарым икеһе лә 18 йәш тулыу менән кейәүгә сығып киттеләр, уҡырға теләктәре булманы. Тик кейәүҙә оҙаҡ торманылар, береһе ярты йылдан кире әйләнеп ҡайты, икенсеһе ике йыл йәшәп балаһы менән ҡайтып керҙе. Балаға алты ай, тик алты айлыҡҡа оҡшамаған, әйләнмәй ҙә, йылмаймай ҙа, башын да насар тота, ҡыҙым бик иҫе лә китмәй.Аптырағас, үҙем табиптарға йөрөтә башланым. Һәм йәнә йөрәк өҙгөс диагноз, балағыҙ ДСП... Ошо мәлдә Даун ҡыҙым иҫкә төшә башланы ла инде. Төндәр буйы илайым да илайым, минән үс ала кеүек ине ул. Бала тапҡан ҡыҙым бер мәл юғалды, өйгә лә ҡайтмай, балаһын да ҡарамай, уйында тик егетәр. Ә мин эштән китә алмайым, һораһаң, эшеңдән ҡолаҡ ҡағаһың, тип ҡурҡыталар. Икенсе ҡыҙым ҡараша ине, ул да йәнә бер ир менән танышып Краснодар яҡтарына юлланды. Мин, ғөмүмән, тере ҡулһыҙ, был ауырыу бала менән яңғыҙым тороп ҡалдым. Эштән китергә тура килде. Ошо баланың әҙ-мәҙ пенсияһына йәшәнек. Үҙем бәйләүгә, тегеүгә оҫта инем, шуларҙы һаттым аҙыраҡ. Больницанан больницаға тик йөрөлдө.Ҡыҙҙарым хатта хәлемде лә белешмәнеләр. Баланы үҙемдең исемгә күсерҙем, ҡыҙым балаһынан баш тартты, яңы иренә балаһы булғанын әйтмәгән икән. Бөгөнгәсә мин ике ҡыҙымдың тормошон белмәйем дә, күргәнем дә юҡ. Үҙҙәре лә ҡайтмайҙар. Тик айына бер телефондан шылтыратып, аҡса кәрәкме, тип һорайҙар.Мин юҡ , үҙегеҙ ҡайтығыҙ, тип һөйләнә башлаһам, уф, кеше көлдөрмә, ҡайтырлыҡ өйөң бармы, оят һиңә кейәүҙәреңде алып ҡайтырға, тинеләр. Башҡаса был турала һүҙ ҡуҙғатманым. Ейәнем менән икебеҙ көн итәбеҙ.Ул ятып ҡына тора, ултыра алманы, ҙурайған һайын ауырая, үҙемдең бил бөттө хәҙер.Врачтар санаторийға барығыҙ тигән булалар, кем йөрөтә инде... Түҙмәйсә һораным: – Ә ирегеҙ килмәнеме, күрмәнеме был баланы, ейәне бит.–Ю-ю-юҡ, уның яҙмышын ишеттем инде. Беҙҙе икебеҙҙе лә Хоҙай ҡәһәрләне... Даун ҡыҙыбыҙҙы ҡалдырған өсөн. Рәнйене балам.-Эҙләнегеҙме һуң балағыҙҙы? – тигән һорауға, ханым күҙҙәрен аҫҡа төшөрҙө. – Больницанан барып белештем, тик ул ваҡыта эшләгән врачтар юҡ ине, бер кем бер нимә әйтә алманы.-Әле кем менән ҡалды ейәнегеҙ?-Күрше ҡараша. Оҙаҡ һөйләне был ҡатын тормошон.Өйгә ҡайтҡас, оҙаҡ тыныслана алмай йөрөнөм. Шул төнөн хатта төшөмә керҙе. Шуға түҙмәй яҙырға булдым. Кемдер әйтер,кеше һиңә серен асҡан, ә һин бөтә ғаләмгә яҙаһың, тип.Үҙе яҙһа шулай тип, минең яуап әҙер. Минең һорауҙар уға күп яуҙы, ҡатын күңелен бушатам, типме, вис һөйләне.Ҡыҙҙарының әлеге мәлдә Төркиәлә йәшәүҙәрен, береһенең ире төрөк, икенсеһе урыҫ, балалары һаман юҡ икәнен белдем. Һәм иң ғибрәтлеһе, иренең тормошон да һөйләне. Нисектер ҡыуанып, уның өсөн шатланып һөйләне...Ирегеҙ, әллә ғәфү үтендеме, тип һораным. Юҡ , күҙемә тура ҡарап әйтмәне, әммә ғаилә дуҫтарыбыҙға үҙ яҙмышын һөйләп, күңелен бушатҡанда, әйтеп ҡуйған, эх, ахмаҡ булғаным, шуға ла мине хоҙай рәхәтләнеп кәрәген бирҙе,тип. ... Ул үҙенән өлкән бер ҡатынға өйләнде, тип әйттем бит, шуның менән һаман йәшәйҙәр. Минең рәнйештәрем, ҡалдырып киткән ҡыҙыбыҙҙың рәнйеше уны ла ситләп үтмәне. Аҙаҡ дуҫтарым һөйләүе буйынса белдем. Өйләнеп йәшәй башлағас, ҡатыны , ,,әсәйем ҡаршы минең , ҡатынын ташлап киткән иргә кейәүгә сығыуыма'' - , тип уны ауылына ла алып ҡайтмаған, туғандары менән дә таныштырмаған. Һәр аҙна йома көн эшенән һуң , әсәйемде ҡарарға кәрәк, яңғыҙы, тип үҙе генә ҡайтып йөрөгән. Бер йыл йәшәгәс ир түҙмәй , артынан ауылға бара. Шунда асыҡлана ла инде, ни өсөн ирен ауылға алып ҡайтмауы. 12 йәштәр тирәһендәге Даун малай ҡаршы ала ирҙе. Һуңынан ул баланы ирем үҙ исеменә яҙҙыра, Өфөгә алып килә, ҡарай, төрлө реабилитацион үҙәктәрҙә шөғөлләнәләр, малайы атай , тип йөрөтә икән үҙен. Башҡа бала табалмай ҡатыны. Дуҫтарымдың миңә һөйләрен белеп тә, мин белһен өсөн һөйләгән ул. Хәҙер икенсе бисәһенең туғандарына ул - герой! Ныҡ хөрмәт итәләр икән үҙен. Тик белмәйҙәр генә, ул ир ҡасандыр үҙ Даун синдромы балаһынан баш тартҡанын. Тормош шулайҙыр инде, маңлайыңа яҙылғандан ҡасып ҡотолоп булмай! Ҡатын бер аҙ асыуланып, берсә ҡыуанып, аҙыраҡ көнләшеп тә һөйләүен белде. Ошо мәл мин уның йөҙөндә оло хәсрәт ,ҡарашында боҙ һалҡынлығын тойҙом. Юҡ, ҡасандыр ҡалдырып киткән балаһын эҙләргә йыйынмай ул, сөнки тел төбөнә ҡарағанда , ейәнен әле ҡайҙа ҡуйырға белмәй! Дуҫтар,насип булһа , дауамы киләсәктә китабымда баҫылып сығасаҡ. Хәбәр итермен.

Земфира Байбулдинаның "Бәйләнештә" селтәренән
Бер хәл иҫкә төштө... “Сафияла ҡунаҡта” студияһы асылған мәл... Сафия менән магазиндан сығып киләбеҙ. Ҡапыл кемдер: “Земфира!” - тип ҡулымдан тотҡанға терт итеп ҡалдым! Алдымда илле биш йәштәр самаһындағы бер ҡатын тора, күәҙҙерндә ‒һағыш, тауышында ‒ ниндәйҙер шом. Бер ‒ миңә бер Сафияға мөлдөрәп ҡарағанға ҡыйын булып китте. Сафия һәр ваҡыттығыса ихласлап: “О-о-о, привет, как дела?” - тигәйне, ҡатындың күҙ йәштәре килеп сыҡты. “Эх, минең дә ҡыҙым Даун синдромы менән ине, ләкин мин ҡалдырып киттем. Хәҙер уға утыҙ йәш тирәһе булыр ине”, - тип йәнә мыш-мыш килеп танауын һөрткөләне! Бына һин молодец ҡурҡмағанһың ,ә миңә ирем шунда уҡ әйтте: өйгә алып ҡайтып йөрөһәң мине күрмәйәсәкһең, кешенән оят “урод” бала тапҡан тип һөйләрҙәр, тине. Ул ғына ла түгел, врачтар ҙа йәбеште: “Ул оҙаҡ йшәмәйәсәк, атламаясаҡ, бер нәмә лә аңламаясаҡ, йәшһең әле, тағы табырһың”, - тинеләр. Мин иҫәңгерәп ҡайт та кит, өйҙәгеләргә үле тыуҙы тинек. Даун бала онотолоп китте, ҡайҙа икәнен дә белешмәнем, оноторға тырыштым. Донъя баҫты, балаларға әүрәнем, тик яңғыҙ өйҙә ҡалһам ғына йөрәк семтеп ала ине. Ошо мәлдә лә үҙемде тиҙ генә ҡулға ала инем. Ваҡыт үтә торҙо, ҡыҙҙарға ун йәш тирәһендә йәнә ауырға ҡалдым. Ирем ныҡ малай теләне, был ике ҡыҙҙы бик күңелен биреп яратмағанын һиҙә инем, гел генә: “Миңә бер малай табып алманың инде”, - тине. Шуға ла өсөнсөгә ауырлы саҡта, эх, малай ғына була күрһен тип теләнем! Теләк тормошҡа ашты! Тик балам тыуып оҙаҡ йәшәмәне, өсөнсө көнөнә үлде. Врачтар тегеләй-былай йүгерештеләр, тик ярҙам итә алманылар, йөрәге туҡтаны сабыйымдың. Был юлы больницанан ысынлап та үле бала менән сыҡғтым. Тормошомда мәшхәр башланды. Ирем баланың үлемендә мине ғәйепләп, шунда уҡ китте. Сабыйҙы ер ҡуйынына оҙатыу менән. Мин ике ҡҙым менән оло ҡайғы йөкмәп ҡалдым.
Был ханым минең ҡабаланғанды һиҙеп, әйҙәгеҙ, өйөгөҙгә тиклем һөйләшеп барайыҡ, ошо тирәлә тораһығыҙ шикелле, тип Сафияны етәкләп үк алды. Сафия ла ҡулын биреп, китек, тип шатланып теге ханымға эй, һыйынып, юхаланып китте. Уның һайын ҡатындың күңеле иреп, күҙенән тамған йәштәрен йәшермәне.
-Һеңлем һин миңә аптырама инде, былтыр бер тапшырыуҙа күреп ҡалдым һине, юғалтҡан инем телевизорҙа, аптырап киттем, ит һатам, тигәнгә. Аҙаҡ һеҙҙең Даун бала барлығын белгәс, иҫем китеп оҙаҡ ултырҙым. Юҡ, йәлләмәнем, сөнки һеҙ йәлләтерлек итеп һөйләмәнегеҙ, киреһенсә, ниңә мин шулай түгел, тип үҙемде әрләнем. Минең тормош, китап яҙырлыҡ ул, тип һаман һөйләүен белде, миңә ҡыҙыҡмы ул, юҡмы уға был кәрәкмәй ине шикелле.... Ир киткәс, тамам юғалып ҡалдым. Өфөнә күсеп китергә лә уй булды, тик эш мәсьәләһен уйланым. Ирем ярҙам итмәне, ҡыҙҙарына бер йыл эсендә бер пакет тотоп килеп китте. Ул ваҡытта өйләнмәгән ине, аҙаҡ икенсе йылына үҙенән олораҡ ҡатын менән йәшәгәнен ишеттем. Эш менән, донъя мәшәҡәте менән ғүмер үтте, ҡыҙҙар үҫте, мин оло ҡыҙым барлығын бер иҫемә лә төшөрмәнем. Ул хатта төшөмә лә инмәне.Ҡыҙҙарым икеһе лә 18 йәш тулыу менән кейәүгә сығып киттеләр, уҡырға теләктәре булманы. Тик кейәүҙә оҙаҡ торманылар, береһе ярты йылдан кире әйләнеп ҡайты, икенсеһе ике йыл йәшәп балаһы менән ҡайтып керҙе. Балаға алты ай, тик алты айлыҡҡа оҡшамаған, әйләнмәй ҙә, йылмаймай ҙа, башын да насар тота, ҡыҙым бик иҫе лә китмәй.Аптырағас, үҙем табиптарға йөрөтә башланым. Һәм йәнә йөрәк өҙгөс диагноз, балағыҙ ДСП... Ошо мәлдә Даун ҡыҙым иҫкә төшә башланы ла инде. Төндәр буйы илайым да илайым, минән үс ала кеүек ине ул. Бала тапҡан ҡыҙым бер мәл юғалды, өйгә лә ҡайтмай, балаһын да ҡарамай, уйында тик егетәр. Ә мин эштән китә алмайым, һораһаң, эшеңдән ҡолаҡ ҡағаһың, тип ҡурҡыталар. Икенсе ҡыҙым ҡараша ине, ул да йәнә бер ир менән танышып Краснодар яҡтарына юлланды. Мин, ғөмүмән, тере ҡулһыҙ, был ауырыу бала менән яңғыҙым тороп ҡалдым. Эштән китергә тура килде. Ошо баланың әҙ-мәҙ пенсияһына йәшәнек. Үҙем бәйләүгә, тегеүгә оҫта инем, шуларҙы һаттым аҙыраҡ. Больницанан больницаға тик йөрөлдө.Ҡыҙҙарым хатта хәлемде лә белешмәнеләр. Баланы үҙемдең исемгә күсерҙем, ҡыҙым балаһынан баш тартты, яңы иренә балаһы булғанын әйтмәгән икән. Бөгөнгәсә мин ике ҡыҙымдың тормошон белмәйем дә, күргәнем дә юҡ. Үҙҙәре лә ҡайтмайҙар. Тик айына бер телефондан шылтыратып, аҡса кәрәкме, тип һорайҙар.Мин юҡ , үҙегеҙ ҡайтығыҙ, тип һөйләнә башлаһам, уф, кеше көлдөрмә, ҡайтырлыҡ өйөң бармы, оят һиңә кейәүҙәреңде алып ҡайтырға, тинеләр. Башҡаса был турала һүҙ ҡуҙғатманым. Ейәнем менән икебеҙ көн итәбеҙ.Ул ятып ҡына тора, ултыра алманы, ҙурайған һайын ауырая, үҙемдең бил бөттө хәҙер.Врачтар санаторийға барығыҙ тигән булалар, кем йөрөтә инде... Түҙмәйсә һораным:
– Ә ирегеҙ килмәнеме, күрмәнеме был баланы, ейәне бит.
–Ю-ю-юҡ, уның яҙмышын ишеттем инде. Беҙҙе икебеҙҙе лә Хоҙай ҡәһәрләне... Даун ҡыҙыбыҙҙы ҡалдырған өсөн. Рәнйене балам.
-Эҙләнегеҙме һуң балағыҙҙы? – тигән һорауға, ханым күҙҙәрен аҫҡа төшөрҙө. – Больницанан барып белештем, тик ул ваҡыта эшләгән врачтар юҡ ине, бер кем бер нимә әйтә алманы.
-Әле кем менән ҡалды ейәнегеҙ?
-Күрше ҡараша.
Оҙаҡ һөйләне был ҡатын тормошон.Өйгә ҡайтҡас, оҙаҡ тыныслана алмай йөрөнөм. Шул төнөн хатта төшөмә керҙе. Шуға түҙмәй яҙырға булдым. Кемдер әйтер,кеше һиңә серен асҡан, ә һин бөтә ғаләмгә яҙаһың, тип.Үҙе яҙһа шулай тип, минең яуап әҙер. Минең һорауҙар уға күп яуҙы, ҡатын күңелен бушатам, типме, вис һөйләне.Ҡыҙҙарының әлеге мәлдә Төркиәлә йәшәүҙәрен, береһенең ире төрөк, икенсеһе урыҫ, балалары һаман юҡ икәнен белдем. Һәм иң ғибрәтлеһе, иренең тормошон да һөйләне. Нисектер ҡыуанып, уның өсөн шатланып һөйләне...
Ирегеҙ, әллә ғәфү үтендеме, тип һораным. Юҡ , күҙемә тура ҡарап әйтмәне, әммә ғаилә дуҫтарыбыҙға үҙ яҙмышын һөйләп, күңелен бушатҡанда, әйтеп ҡуйған, эх, ахмаҡ булғаным, шуға ла мине хоҙай рәхәтләнеп кәрәген бирҙе,тип. ... Ул үҙенән өлкән бер ҡатынға өйләнде, тип әйттем бит, шуның менән һаман йәшәйҙәр. Минең рәнйештәрем, ҡалдырып киткән ҡыҙыбыҙҙың рәнйеше уны ла ситләп үтмәне. Аҙаҡ
дуҫтарым һөйләүе буйынса белдем. Өйләнеп йәшәй башлағас, ҡатыны , ,,әсәйем ҡаршы минең , ҡатынын ташлап киткән иргә кейәүгә сығыуыма'' - , тип уны ауылына ла алып ҡайтмаған, туғандары менән дә таныштырмаған. Һәр аҙна йома көн эшенән һуң , әсәйемде ҡарарға кәрәк, яңғыҙы, тип үҙе генә ҡайтып йөрөгән. Бер йыл йәшәгәс ир түҙмәй , артынан ауылға бара. Шунда асыҡлана ла инде, ни өсөн ирен ауылға алып ҡайтмауы.


12 йәштәр тирәһендәге Даун малай ҡаршы ала ирҙе.

Һуңынан ул баланы ирем үҙ исеменә яҙҙыра, Өфөгә алып килә, ҡарай, төрлө реабилитацион үҙәктәрҙә шөғөлләнәләр, малайы атай , тип йөрөтә икән үҙен. Башҡа бала табалмай ҡатыны. Дуҫтарымдың миңә һөйләрен белеп тә, мин белһен өсөн һөйләгән ул. Хәҙер икенсе бисәһенең туғандарына ул - герой! Ныҡ хөрмәт итәләр икән үҙен. Тик белмәйҙәр генә, ул ир ҡасандыр үҙ Даун синдромы балаһынан баш тартҡанын. Тормош шулайҙыр инде, маңлайыңа яҙылғандан ҡасып ҡотолоп булмай! Ҡатын бер аҙ асыуланып, берсә ҡыуанып, аҙыраҡ көнләшеп тә һөйләүен белде. Ошо мәл мин уның йөҙөндә оло хәсрәт ,ҡарашында боҙ һалҡынлығын тойҙом. Юҡ, ҡасандыр ҡалдырып киткән балаһын эҙләргә йыйынмай ул, сөнки тел төбөнә ҡарағанда , ейәнен әле ҡайҙа ҡуйырға белмәй! Дуҫтар,насип булһа , дауамы киләсәктә китабымда баҫылып сығасаҡ. Хәбәр итермен.
Читайте нас: