Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Апрель 2020, 15:05

Ҡоҙоҡта - ике мәйет

Өфөнөң Ленин районындағы ҡоҙоҡта ике мәйет табылған. Тәфтиш комитеты белдереүенсә, 19 йәшлек егет канализация ҡоҙоғона төшә һәм тонсоға башлай, әммә аңын юғалтып, сыға алмай. Уға ярҙамға 35 йәшлек иптәше төшә. Ҡыҙғанысҡа күрә, ул да иҫен юғалта. Ирҙәрҙе ҡоҙоҡтан сығарып, медицина хеҙмәткәрҙәре күпме тырышмаһын, ҡотҡара алмайҙар.Әйткәндәй, бындай фажиғәле хәлдәр йыш осрай. Яҙ етте. Күптәр мөгәрәптәрен, баҙҙарын таҙарта. Эшкә тотонор алдынан уларҙы елләтеп, хәүефһеҙлек саралары хаҡында онотмаһағыҙ ине.

Өфөнөң Ленин районындағы ҡоҙоҡта ике мәйет табылған. Тәфтиш комитеты белдереүенсә, 19 йәшлек егет канализация ҡоҙоғона төшә һәм тонсоға башлай, әммә аңын юғалтып, сыға алмай. Уға ярҙамға 35 йәшлек иптәше төшә. Ҡыҙғанысҡа күрә, ул да иҫен юғалта. Ирҙәрҙе ҡоҙоҡтан сығарып, медицина хеҙмәткәрҙәре күпме тырышмаһын, ҡотҡара алмайҙар.
Әйткәндәй, бындай фажиғәле хәлдәр йыш осрай. Яҙ етте. Күптәр мөгәрәптәрен, баҙҙарын таҙарта. Эшкә тотонор алдынан уларҙы елләтеп, хәүефһеҙлек саралары хаҡында онотмаһағыҙ ине.
Читайте нас: