Дистанцион белем биреүҙең өсөнсө аҙнаһы башланды. Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була, тигәндәй, кәмселектәр ҙә булды. Шулай ҙа хәлдәр көйләнеп килә. Төбәк Башлығы Радий Хәбиров мәғариф министры Айбулат Хажиндан ошо юҫыҡтағы хәлдәрҙе белешкәс, артабан да проблемалы төбәктәргә сифатлы интернет еткереү кәрәклеген белдерҙе.