“Был ваҡытты хәүефһеҙлерәк итеп үткәреп ебәреү, уны ҡыҫҡартыу өсөн барлыҡ сараларҙы ҡулланырға кәрәк”, – тине ил етәксеһе. Дәүләт башлығы әйтеүенсә, хәл элеккесә ҡатмарлы килеш ҡала, шулай ҙа вирустың ныҡ таралауы тотҡарланған.
Әйткәндәй, 20 апрелгә Рәсәйҙең 85 төбәгендә 47 мең кеше коронавирусты йоҡторған. Бигерәк тә Мәскәүҙә был яман сир менән яфаланғандар күп – 31 меңдән ашыу. Эпидемия башланғандн алып 405 пациент үлгән, 3,5 мең самаһы кеше һауыҡҡан.