Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Апрель 2020, 11:35

Яҡшы маммограф килде

Ауырыуҙы алдан иҫкәртергә ярҙам итәсәк.

Һаулығыңды һәр ваҡыт алдан тикшертеп тороу мөһим. Был йәһәттән ошо көндәрҙә Нефтекама халҡы ҙур ҡыуаныс кисерә – бында үҙәк ҡала дауаханаһына заманса маммограф килтерелде. Әле яңы ҡоролманы урынлаштырыу менән мәшғүлдәр. Ул ҡатын-ҡыҙҙарҙы ентекле тикшерергә, һағалаған ауырыуҙары алдан иҫкәртергә ярҙам итәсәк.
Ҡоролма “Сәләмәтлек” милли проектының “Онкологик ауырыуҙарға ҡаршы көрәш” федераль милли проекттарына ярашлы алынған. Тиҙҙән ҡалаға яңы флюрография ла ҡайтарыласаҡ.

Читайте нас: