Үҙ аллы изоляциянан сығыу буйынса ҡәтғи ҡараҙар әлегә юҡ, әммә Рәсәй Президенты был мәсьәлә буйынса көн дә уйлана. Ил башлығының матбуғат секретаре Дмитрий Песков хәбәр итеүенсә, Владимир Путин эпидемиологик хәлдең ҡайһы яҡҡа үҙгәреүен белер өсөн көн дә эксперттар менән аралаша. Бынан тыш Кремль төбәктәрҙәге социаль хәлде өйрәнеп, күҙәтеп бара. Песков ил етәкселеге халыҡтың аңлылығына һәм тәртип боҙмауына өмөтләнә, ти.