Төрлөсә һанай әҙәм балаларын был коронавирус! Һиндостандың Бихар штатындағы Палиганж ҡалаһында бер ҡатын атай-әсәһенә ҡунаҡҡа бара. Көтмәгәндә карантин иғлан ителгәс, йортона әйләнеп ҡайта алмай бисара. Сабырһыҙ иргә шул етә ҡалған. Ҡатынына үс итеп, элек яратып йөрөгән ҡыҙына өйләнеп тә өлгөргән. Әлбиттә, быға ниндәй ҡатындың йөрәге түҙһен! Ирен хыянат итеүҙә ғәйепләп полицияға мөрәжәғәт иткән. 16 апрель көндө ирҙе ҡулға алғандар.