Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мифтахов Риф Фәйзрахман улы вафат булып ҡалды.
Риф Мифтахов мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ ижад менән шөғөлләнә башлай. Бала сағы һуғыш йылдарына тура килгән йәш шағир «Өскөл хаттар» тигән тәүге йыйынтығында хәрби тематиканы тәүге урынға ҡуя, артабанғы йылдарҙа донъя күргән китаптары уның яңы йүнәлештәге талантын бик тә асыҡ күрһәтә. Уның тиҫтәләгән шиғырҙарын композиторҙар үҙ иткән һәм күп кенә популяр башҡарыусыларҙың репертуарында ныҡлы урын алған һәм радио, телевизорҙан даими яңғыраған йырҙар ижад иткән. Әҙип прозала ла уңышлы ижад итә: «Күҙ йәштәре», «Юл күрһәтеүсе йондоҙ» исемле повестарының, тиҫтәләгән хикәйәләренең уҡыусылар тарафынан яратып ҡабул ителеүе, улар тураһында тәнҡитселәрҙең тик ыңғай фекер әйтеүе бының асыҡ миҫалы.