Бөгөндән Өфөнөң 1, 66 саҡрымға һуҙылған Дмитрий Донской урамында төҙөкләндереү эштәре башлана. Ремонт эштәре “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә үтә. Өфө мерияһынан хәбәр итеүҙәренсә, төҙөкләндереү эштәре барышында унда өлөшләтә транспрот хәрәкәте туҡтатыласаҡ. 2020 йылдың 15 сентябренә эш тамамланырға тейеш. Өфө халҡынан һәм баш ҡала ҡунаҡтарынан юлдағы ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтарҙы аңлап ҡабул итеүҙәре һорала.