Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Апрель 2020, 17:45

Коронавирусты еңеп барабыҙ!

Былай булғаны юҡ ине.

Республикала коронавирус эпидемияһы башланғандан тәү тапҡыр тәүлегенә һауыҡҡандар ауырыу йоҡторғандарҙан артып китте. Ошо хаҡта оператив кәңәшмалә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе. Уның әйтеүенсә, бөгөнгә был инфекцияны йоҡторған 422 кеше теркәлгән. Шуның 26-һы үткән тәүлектә асыҡланған, 28 кеше һауығып, дауахананан сыҡҡан. Үлем осрағы булмаған.
“Һауыҡҡандар ике кешегә күберәк. Был бик яҡшы күрһәткес, былай булғаны юҡ ине",- тине республика Башлығы Радий Хәбиров.
Бөгөнгә 270 кеше дауаханала ята. Шуның 216-һының хәле уртаса ауыр, 55-енеке -ҡәнәғәтләнерлек, 34- ауыр хәлдә.
Читайте нас: