Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Апрель 2020, 18:25

“Улыбыҙҙы күрмәй ҡалғанбыҙ”

Малай ҡайҙа?

22 апрелдә Ғафури районының Түбәнге Ташбүкән ауылынад туғыҙ йәшлек Рөстәм Ишҡуловтың юғалыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Әлеге хәл буйынса Стәрлетамаҡ район-ара тәфтиш бүлеге “бәләкәй баланы үлтереү” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Малайҙы эҙләүгә бөтәһе 190 кеше йәлеп ителгән.
“Башинформ” агентлығы хәбәр итеүенсә, был көндә малай атай-әсәһе менән ауылда ҡунаҡта булған, уның ҡайҙа киткәнлеген күрмәй ҡалғандар. Малайҙың буйы 116 сантиметр, уртаса кәүҙәле, ҡыҙыл төҫтәге башлыҡ, һоро куртка, зәңгәр итек кейгән. Уны күреүселәр 8-927-94-93-155, 8-987-03-91-994, 02, 020, 002 телефондарына хәбәр итеүҙәре һорала.

ФОТО: МВД РБ

Читайте нас: