Бөгөнгә республикала коронавирус йоҡторғандар 490-ға еткән. Уларҙың - 272-һе дауаханала, 145-е амбулатор шарттарҙа дауалана. Был хаҡта һаулыҡ һаҡлау министы Максим Забелин белдерҙе. Һуңғы тәүлектә 35 кешелә был вирус асыҡланған. Ҡыуынысҡа күрә, бына өсөнсө көн үлеүселәр юҡ.Бөтәһе 49904 кешене тикшергәндәр.