26 апрелгә республикала бер тәүлектә 37 кешелә коронавирус булыуы асыҡланған. Рәсәйҙә иһә эпидемия таралғандан алып бөтәһе 80 949 кеше йоҡторған. Һуңғы тәүлектә илдең 83 төбәгендә вирус йоҡторған 6 361 осраҡ теркәлгән. Ауырыу башланғандан алып барлығы 747 кеше үлгән, 6 767 кеше һауыҡҡан.
Бөгөнгә бөтә донъяла 2,8 миллион коронавирус йоҡтороу осрағы теркәлгән. 200 меңдән ашыу кеше вафат булған, 800 меңдән ашыу кеше һауыҡҡан.