Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Апрель 2020, 12:35

Салауат Юлаевҡа барып булмаҫмы икән?

Ярай әле был хәл күперҙең уртаһында булмаған.

Республикала ямғырҙар өҙлөкһөҙ яуыуы йылғаларҙың ныҡлап ташыуына булышлыҡ итте. Кисә Ишембай районының Маҡар ауылы эргәһендәге Салауат Юлаев мәмерйәһе һәм Күкҡарауыҡ шарлауығына барған күпер емерелеүгә лә ташҡын сәбәпсе. “Башинформ” агентылғы хәбәр итеүенсә, бер автомобиль күперҙән сығып китеп өлгөрһә, икенсеһе алды менән килеп төртөлә - күперҙең бер өлөшө убылып төшә. Бәләгә тарыған автомобилде ағас ташыған йөк машинаһы тартып сығара.
Әйткәндәй, йәмле көндәр етеү менән сәйхәтселәр был тирәгә күпләп йөрөй башлай. Күпер емерелгәс, әлегә Салауат Юлаев мәмерйәһенә барып булмаҫмы икән?
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас: