1. Ваҡытты 15 минут спортҡа бүләбеҙ. Эйе, эйе, ошо аҙ ғына арауыҡ эсендә төрлө хәрәкәттәр яһап алһаң, баш мейеһе күҙәнәктәре активлаша, энергия арта.
2. Углеводтарға бай аҙыҡтар. Әлбиттә, пицца, кәнфит, башҡа төрлө тәмлекәстәр кәйефте күтәрә, әммә улар йоҡо килеү тойғоһонан арындырмай. Шуға ла броколли, шпинат кеүек углеводтарға бай аҙыҡтар менән рационды тулыландырырға кәрәк.
3. D витамины. Уның төп сығанағы ҡояш нурҙары. Әммә, аҙналар дауамында өйҙә ултырырға мәжбүр булғас, уны ҡайҙан алаһың? Табип менән кәңәшләшеп, әлеге витаминды эскәндә организм рәхмәт әйтәсәк.
4. Яҡтылыҡ терапияһы. Ҡараңғы мөйөштә ултырып эшләү ҙә көнө буйы иҫнәп ауыҙ асылыуға сәбәпсе булып тора икән. Шуға ла лампа ҡуйыу, йә булмаһа тәҙрә янына күсеп ултырғанда был проблеманан ҡотолорға ярҙам итер.
5. Ароматерапия. Тәмле еҫтәр серотонин күләмен арттыра. Ә ул гормон кәйефте күтәрә.