Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Апрель 2020, 11:50

Бәләбәйҙә - ит эшкәртеү предприятиеһы

Проект 2022 йылға тиклем тормошҡа ашырыу күҙаллана.

Республика Хөкүмәтендә үткән “Инвестиция сәғәте”ндә “Таврос” йәмғиәте генераль директоры Ринат Зәйнулилин заманса ит эшкәртеү комбинаты төҙөү тәҡдиме менән сығыш яһаны. Инвестор тәүлегенә 200 тоннаға тиклем һыуытылған, 100 тонна колбаса етештерергә планлаштыра. Төҙөлөшкә дөйөм 9,3 миллиярд һум аҡса һалынасаҡ. Проектты 2022 йылға тиклем тормошҡа ашырыу күҙаллана. Инициаторҙар бының өсөн майҙан әҙерләгән, проект-эҙләнеү эштәре үткәрелгән.
- Был ҙур, үтә мөһим проект. Беҙҙең яҡтан етди берҙәм эш талап ителә, - тине Радий Хәбиров.
Бындай сараларҙың барыһы ла “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Ул биш федераль проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.
#Национальные проекты
#Милли проекттар
#Мәҙәниәт
Читайте нас: