Башҡортостандың Мәсәғүт муниципаль-ара перинаталь үҙәгендә табиптар ике кешенең – әсәнәң һәм сабыйҙың ғүмерен һаҡлап ҡалған. Акушер-гинекологтар ауырлы ҡатынға ҡатмарлы операция яһаған. Ашығыс рәүештә “кесарево сечение” яһалған һәм йомортҡалыҡтағы киста алып ташланған. "Хатта ябай кисталар ҙа ауырлы ҡатындар өсөн хәүефле. Аналыҡҡа яҡын башҡа ағзаларға баҫым яһап ҡына ҡлмай, баланың һәм әсәнең ғүмрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя", - тип табиптар.