Ил башлығы коронавирус хәүфе сәбәпле эшләмәй тороу ваҡыты 11 майға тиклем оҙайтыласаҡ, тине. Әммә был әле эпидемия ҡурҡынысы башҡаса янамай тигән һүҙ түгел. Владмир Путин үҙенең мөрәжәғәтендә хатта эпидемияның иң ҡыҙыу мәлен үткәс тә ҡайһы бер төбәктәрҙә хәлдең тотороҡһоҙ булыуы ихтимал, алда беҙҙе ауыр һәм ҡатмарлы юл көтә, тип белдерҙе.