Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Апрель 2020, 17:20

«Еңеү көнө”н башҡортса йырланыҡ

Кемдәр сығыш яһаны?

Башҡортостан Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты ойошторған «Беҙҙең Еңеү көнө» йыр марафонына ҡушылды. Ошо акция өсөн уны яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡова башҡорт теленә тәржемә иткән.
Халыҡ хорында ҡатнашыусылар легендар йырҙы башҡарыу өсөн Өфөнөң Еңеү паркына йыйылды, уларға республиканың билдәле шәхестәре: Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Милли симфоник оркестры директоры Артур Нәзиуллин, Башҡортостаандың халыҡ артисы, М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рушанна Бабич, Башҡортостан юлдаш телеканалы алып барыусыһы Фаягөл Дәүләтйәрова, популяр музыкант Заһир Зәйнетдин ҡушылды.
«Еңеү көнө» башҡорт телендә тәүге тапҡыр быйыл март аҙағында – республикала «Юғары әҙерлек» һәм изоляция режимы индерелгәнгә тиклем башҡарылды. Шул саҡта уҡ Башҡортостан юлдаш телевидениеһында, Волга буйының башҡа төбәктәрендәге кеүек үк, йырға видеоклип төшөрөлдө.
Был көндәрҙә Волга буйы федераль округының барлыҡ төбәктәрендә яратҡан йырҙы туған телдәрендә йырлайҙар. Рус һәм Волга буйы халыҡтарының тағы ете телендә башҡарылған «Еңеү көнө» йыры эстафета буйынса – төбәктән төбәккә тапшырыла. Ойоштороусыларҙың уйынса, «Беҙҙең Еңеү көнө» марафоны уртаҡ Еңеү өсөн берләшкән ҙур илдең берҙәмлеген символлаштыра.
Волга буйы төбәктәрендә төшөрөлгән видеороликтарҙы округтың бөтә телевизион каналдарында күрһәтәләр. Уларҙы #Волгабуйыфедеральокругыеңеүкөнө, #беҙҙеңеңеүкөнө хештегы буйынса YouTube-каналдарҙа һәм социаль селтәрҙәрҙә ҡарарға мөмкин.
Фото:"Башинформ".
Читайте нас: