Ошо көндәрҙә ӨФө-Нагаево автомобиль юлын төҙөкләндереү эштәре башланды. Ремонт объекты Бородинская урамынан М-5 трассаһына тиклем 11 саҡрым тәшкил итә.
Транспорт буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, юл төҙөкләндереү хеҙмәткәрҙәре сафтан сыҡҡан асфальттың иҫке ҡатламын алыуға тотонған инде. Ойошма юл эштәрен 2021 йылдың 31 авгусына тамамларға ниәтләй. Юлды төҙөкләндереүгә 265 миллион һум аҡса сарыф ителәсәк.
#«Безопасные и качественные автомобильные дороги»