Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Апрель 2020, 14:45

Иҫән генә булһын ине инде балаҡай

Башҡортостанда етенсе көн инде туғыҙ йәшлек Рөстәм Ишҡоловто эҙләйҙәр. 22 апрель көндө малай Түбәнге Ташбүкән ауылында йәшәүсе олатаһының өйөнән сығып китә. Унда ул атай-әсәсһе менән бергә була. Һуңынан ҡайҙа киткәне билдәһеҙ. Атай-әсәһе баланың юҡлығын һиҙеп ҡалып, уны эҙләй башлайҙар, һуңынан хоҡуҡ һаҡлаусыларға мөрәжәғәт итәләр. Рөстәмде эҙләүгә волонтеҙар ҙа ҡушыла. Уның иҫән булырына көндән-көн шик тыуа, тиҙәр. Етмәһә, һаулыҡ йәһәтенән мөмкинлеге сикле булыуы сәбәпле, Рөстәм ярҙам һорап ҡысҡыра ла алмай икән. Был эш буйынса әле бәлиғ булмаған баланы үлтереү статьяһына ярашлы енәйәт эше ҡуҙғатылған. Яҡшы кешеләргә юлығып, иҫән генә булһын ине инде балаҡай!

Читайте нас: