– Сәнәғәт, “Башфармация”, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Хөкүмәт өсөн әҙерләнергә өс көн ваҡыт бирәм. Шуға тиклем бөтәһе лә битлектәр алып өлгөрөргә тейеш. 4 майҙан башлап йәмәғәт урындарында битлектә йөрөү мотлаҡ. Көнөнә 150 мең битлек етештергән Сәнәғәт министрлығына медицина ойошмаларын да онотмаҫҡа һәм табиптарҙы тулы кимәлдә битлектәр менән тәьмин итеүҙе һорайым. Һатыуҙа битлектәр етерлек булырға тейеш, - тине республика Радий Хәбиров.