Республиканың ауыл хужалығы министрлығы “Агростартап” программаһы буйынса гранттар алыуға конкурста ҡатнашыу өсөн 27 апрелдән ғаризалар ҡабул итә башланы. Уны 8 майға тиклем 450008, Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 106 адресы буйынса тапшырырға мөмкин. Телефондар: 8 (347) 218-05-26, 218-05-29. Документтарҙы Рәсәй почтаһы аша ебәрергә. Уларҙы тултырыу өлгөһө Ауыл хужалығы министрлығының сайтында бирелгән.