Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Май 2020, 23:55

Бынау Ураҙбай аҡса һорай ҙа йөрөй

Дуҫ-иштәренә Ураҙбайҙың ишеген шаҡыр өсөн сәбәбе лә табылып торҙо.

Бай икәнеңде белгең килһә, күсенеп ҡара, тип белмәй әйтмәгәндәр икән! Йә, әллә нимә лә юҡ һымаҡ, оҙон көн үтте лә китте. Машинаға һуңғы ваҡ-төйәк әйберҙәрен тейәп ебәргәс, солан ишеген бикләп маташҡан Ураҙбай үҙ алдына һөйләнде. Күсенде тигәс тә, әллә ҡайҙа түгел инде, ҡаршы урамда ғына яңы йорт бөтөрҙөләр. Был көндө барыһы түҙемһеҙләнеп көтһә лә, Ураҙбайға тыуған тупһаһы менән хушлашыу еңел түгел ине. Атай йорто, йә, мине ташлап китәһеңме, кәрәгем ҡалманымы ни инде, тип үпкәләп ҡарағандай тойолдо.
Йорттар ҙа кешеләр кеүек икән. Ураҙбай тыуған йортона текләп тора бирҙе. Ул бынан тиҫтә йыл самаһы баҡыйлыҡҡа күскән атаһының ҡартлығын хәтерләтте. Ана бит, уның яурыны кеүек, йорттоң бер мөйөшө лә аҙыраҡ сүгә төшкән. Ҡыйыҡтағы шифер ябыуы уның бүреге кеүек шаҡтай таушалған. Ҡарағай бүрәнәләрҙең ектәре хас өлкәндәрҙең маңлай һыры инде. Бала сағы, йәшлек йылдары иҫенә төштө. Өй әллә ни ҙур булмаһа ла, бында кем генә килмәне лә кем менән нисә яртыны төпләмәне. Йәшерәк сағында бигерәк егеттәрсә йәшәргә яратты шул.
Иртә өйләнде Ураҙбай. Университеттың көндөҙгө бүлегенә уҡырға ингәндә ике бала атаһы ине. Ауылы Өфөгә терәлеп торғас ни, ял һайын ҡайтып йөрөнө. Ул саҡтарҙы иҫенә төшөрә лә:
– Кит, иҫәр, ни өсөн шулайтып йөрөнөм икән! – тип ҡуя. Йә, бер туҡтауһыҙ көтөүе менән кеше эйәрт тә ҡайт, эйәрт тә ҡайт.
– Ярай, булғандыр инде, – тип кенә ҡуя сабыр холоҡло Нурбикәһе.
Ҡатыны бигерәк ихлас, киң күңелле кеше шул. Уҡырға ингәндә лә ҡаршы торманы. Бер ваҡытта ла юҡ тип әйтмәҫ, ҡуй тимәҫ. Шуға ла дуҫ-ишенә ишеге һәр саҡ асыҡ булды. Төн уртаһында берәү генә түгел, әллә нисә дуҫын эйәртеп ҡайтһа ла, йәмрәйеп тормаҫ, һуҡранып һүҙ әйтмәҫ. Киреһенсә:
– Аһ-аһ! Ниңә алдан аңғартманың? Шулай була тиме? Әҙерләнеп торған булыр инем, – ти ҙә тегеләй-былай йүгергеләй башлай. Йә, үҙенең ғаиләһе лә ҙур бит әле. Эреле-ваҡлы биш балаһы үҫә. Һыуытҡысында нимәһе бар, бөтәһен дә сығара. Әйтерһең, берәй ҡәҙерле ҡунағы килгән. Уларҙың артынан йыйыштыр, һауыт-һабаһын таҙарт… Аҙмы мәшәҡәте?
Дуҫ-иштәренә Ураҙбайҙың ишеген шаҡыр өсөн сәбәбе лә табылып торҙо.
– Ҡалала йылы һыу юҡ.
– Егеттәр ауыл мунсаһын һағынған.
– Һинең икмәгеңде “ашап туйғыһыҙ”, – тип маҡтай дуҫтар.
Хатта бер бүлмәлә йәшәгән иптәштәренең тыуған көндәрен дә уларҙа уҙғарыу йолаға әүерелде:
– Дөйөм ятаҡта шауларға ҡушмайҙар!
Диплом алғас, бер төркөмдә уҡыған барлыҡ ҡыҙҙарҙы, егеттәрҙе алып ҡайтып зыҡ ҡуптылар. Ашап-эсеп, градусҡа еткәс, китте маҡтау, китте данлау.
– Дан егет һин, Ураҙбай! Бергә йәшәйек! Бир биште, – тип ҡулын ҡыҫыпмы-ҡыҫтылар.
– Шулай, шулай! – тип хупланы икенселәр.
– Әйҙә шул хөрмәткә берҙе дөмбәҫләйек, – тип ҡулдағы рюмкаларҙы сәкәштерер инеләр унан.
– Бергә йәшәйек, егеттәр!
Университетты тамамлағас та, Ураҙбай ҡалала эшкә урынлашып, ауылдан йөрөп эшләне. Был мәлдә лә дуҫ-иштәрен йыш эйәртеп ҡайтты. Байрам иттеләр, мунса яғылды. Әлбиттә, китә Ураҙбайҙы данлау…
– Ураҙбай, һин шәп кеше!
– Еңгәй, афарин!
– Әйҙә, уларҙың иҫәнлегенә берҙе!..
Ваҡыт үтә торҙо. Кемдер ғаилә ҡороп, икенсеһе башҡа яҡҡа китһә лә, ҡунаҡтар элекке кеүек гөрләшеп килмәһә лә, ишек тупһаһы һыуынманы. Оло юл өҫтө булғас, үткән-һүткәнгә инер өсөн сәбәбе табылып торҙо.
- Үҙегеҙҙе күреп сығайыҡ, тигәйнек.
- Һинең мунсаң шәп була ине. Ҡайнарлығы әле лә тәнде йылытып торған һымаҡ.
Ураҙбай йәнә мунсаһын тоҡандыра, кәләше йүгереп йөрөп өҫтәл әҙерләй:
– Әйҙәгеҙ, ашап алайыҡ.
Нурбикәһенән уңды Ураҙбай. Үҙенә был хаҡта әйткәне юҡ-юҡлығын. Ҡайһы бер бисәләр кеүек, бер ҡасан да алдан сабыуыллап сыҡмаҫ. Әрләшә лә белмәй бит. Ҡайһы ваҡыт ҡыҙып китеп артығыраҡ ысҡындырған сағында ла сатырлап тоҡанмаҫ ғәжәп күндәм, сабыр йән ул.
– Йә, шулаймы ни? – тип йылмайып тик торор.
Командировкаларға йыш йөрөлдө. Ауылда йәшәгәс, мәшәҡәт бөтәһе түгел. Ҡалала ғына ул, ишегеңде бикләйһең дә эшең бөтә. Ә бөтә мал-тыуарҙы ҡарау, бала-сағаһын тәрбиәләү Нурбикәһенең иңендә булды. Хатта балаларының үҫкәнен күрмәне, тигәндәй. Ысын күңелдән рәхмәт уҡый ул ҡатынына. Ҡатындарҙың да төрлөһө була. Ана ҡалалағы ағаһына барғайны бер мәл. Ашап-эсеп алғас, бисәһе “һауыт-һабаны үҙең йыуып ҡуй” тип сыҡты ла китте. Бер дуҫының ҡатыны, инде кеше килһә, тауыш сығара…
Ураҙбайҙың уйҙарын телефон тауышы бүлде. Ҡатыны шылтырата ине.
– Ҡайҙа булдың ул?
– Ҡайҙа тип ни өйҙә инде.
– Ҡайт инде.
Һуңғы арала өлкән улын өйләндереп, аҡса яғы таҡырыраҡ булғас, Ураҙбай өй туйы үткәрергә ашыҡмай ине. Әммә дуҫ-ише, туғандары уңайы сыҡҡан һайын был хаҡта йә төрттөрөп, йә кинәйәле генә итеп иҫенә төшөрә торҙо.
– Үҙем йорт бөтөрҙөм тиһең. Алдашаһыңдыр ул?
– Эй, Ураҙбайға ышанһаң, – тип өҫтәй икенсеһе. – Әллә нисә тапҡыр өйөн туйлағандыр инде. Һинең менән минең ишеләргә әйтеп торамы ни ул ваҡланып.
– Үҙе кеүек дипломлылар менән дуҫлаша бит ул.
–Ҡуйсәле, беҙҙең ише ҡара наҙанды кешегә һанап ҡул биргәненә рәхмәт әйт әле.
– Ха-ха-ха!
Өй туйына барлыҡ туғандарын йыйырға тырышты. Бәй, шулай булмайса! Үҙҙәрен гелән генә саҡырып та булмай. Исмаһам, йыйылышып, бер күңел асып ултырырҙар. Юғиһә туйҙарына күбеһен саҡыра алманы. Аҙаҡ ҡайһылары үпкәләп бер булды, уңайы сыҡҡан һайын иҫенә төшөрҙө, икенселәре аралашыуҙан туҡтаны.
Байрам хәтәр шәп үтте. Шешәләр асылған һайын туғандар ҙа, дуҫтар ҙа йомартлана барҙы. Ураҙбайҙы ла, ҡатынын да маҡтап бөтә алманылар.
– Бына, исмаһам, туған йәнле кеше!
– Шулай шул. Тағы ҡасан ошолайтып йыйылышып ултырыр инек әле.
– Рәхмәт, Ураҙбай!
– Нурбикә, малаҙис!
– Йортоғоҙ һәр ваҡыт дуҫ-иштәрегеҙ, туғандарығыҙ менән тулы булһын.
Һәр береһе ихлас теләген “Бергә йәшәйек!” тип тамамланы. Изге теләктәрен рюмка менән нығыта барҙылар. Унан зыҡ ҡубып бейенеләр, йырланылар.
– Яҙын да бергә-бергә,
Көҙөн дә бергә-бергә.
Бергә булғас, бергә булһын,
Айырылмайыҡ ғүмергә, –
тип йырлауҙары шар асыҡ тәҙрә аша барлыҡ күрше-тирәгә ишетелеп торҙо.
Өй туйынан һуң бер аҙна үттеме-юҡмы, Ураҙбайҙың эсе ауырта башланы. Ана баҫылыр, бына баҫылыр, тип ара-тирә дарыуҙар ҡапҡылап йөрөһә лә, ялҡынһыныу кәмемәне. Әле һыйырҙары быҙаулап, әле бейәһе ҡолонлауын көтөп, бер аҙ бушағас барырмын, тип һаман да дауаханаға барыуҙы һуҙып йөрөгән ирен ҡатыны ныҡышып тигәндәй алып китте:
– Донъя эше мәңге бөтмәҫ. Һуң булып ҡуймаһын тим.
– Әллә нимә булмаҫ әле, үтеп китер һымаҡ...
Аҙна буйы анализдар тапшырып, һөҙөмтә әҙер булғас, кисекмәҫтән операция кәрәк тип билдәләнеләр.
– Ни өсөн ошоғаса килмәй йөрөнөң? – тип шелтәләп тә алды табип. – Ярай үтә аҙып китмәгән.
Операция түләүле ине. Яңы йортҡа күскәс, әле тегенеһен, әле быныһын алып, йыйынтығы ла бөткән мәл. Эш хаҡы алырға иртәрәк.
Ураҙбай ҡаршыла ғына йәшәгән бер туған апаһына йүнәлде. “Уларҙың һәр ваҡыт запасы була торған. Икеһе лә эшләп йөрөйҙәр. Моғайын, бирер”, – тип уйланы ул. Теге аҙнала ғына еҙнәһе, атыбыҙҙы фәлән һумға, һыйырыбыҙҙы төгән һумға һаттыҡ, тип һөйләп сыҡҡайны. Йәшәй белгән кешегә аҡса үҙе килә инде. Йыбанмаҫҡа ғына кәрәк.
– Эй, ҡустым, ҡайҙа инде ул беҙҙә аҡса, – тине апаһы еҙнәһенә, нимәлер ишаралағандай итеп. – Булһа, ауыҙыңды ла астырмаҫ инем дәһә. Бар ине лә ул, балаларҙан артамы ни! Ҡырҡ ҡустым барҙыр шул. Ҡуй инде, йәпһеҙ булды. – апаһы шулай һөйләнә-һөйләнә уны ҡапҡанан оҙатып ҡалды.
Ураҙбай ике туған ҡустыһына йүнәлде. Күптән Себерҙә вахта ысулы менән йөрөй. Бер ай эшләй ҙә йәнә бер ай ял итә. Үҙе харап бөтмөр кеше. Ялында ла тик кенә ята белмәй. Егәрле булғас ни, йәшәйеше лә иркен, мул. Теге аҙнала Себерҙән ҡайтты. Осраған һайын, ағай, ни эшләп беҙгә килмәйһең, тип үпкәләп бер була. Бергә ҡатышып йәшәйек, беҙ бит яҡын ғына туғандар, тип өҙөлөп-өҙөлөп саҡырғайны. Ана, өй туйына әйткәс, нисек ҡыуанды. Рәхмәт әйтеп бөтә алманы.
Ҡустыһы ихатала утын яра ине. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашып, йомошон әйткәс, ул бер сама уйланып торҙо ла телгә килде:
– Ағай, аҡса барлығын-бар ине лә ул, тик бына банкка һалғайным. Фәлән айҙа ғына алырға кәрәк, әтеү проценты юғала. Былай йәлләп тормаҫ инем.
Ҡустыһы шулай тине лә, минең эш бар тигәндәй, йәнә балтаһын ҡулына алып, шартлатып утын яра башланы. Ни әйтергә лә белмәгән Ураҙбай ҡапҡа яғына ыңғайланы.
Был мәлдә ауыл өҫтөн ҡараңғылыҡ ҡаплағайны. Ул әкрен генә аҙымдар менән өйөнә ҡайтты.
Шул мәл Ғәзим дуҫы иҫенә төштө. “Ҡара әле, ниңә тәүҙә үк башҡа килмәгән, уның аҡсаһы гел була торған. Ғүмер буйы төшөмлө урында эшләй бит”, – тине ул ҡатынына, аҡса тапҡандай ҡыуанып. Йәштән бергә улар. Байрамдар, ҡыуаныстар уртаҡ булды. Ауылы ҡалаға яҡын булғас, уларҙы йыш ҡына ҡунаҡҡа алып ҡайтты.
Ул дуҫына шылтыратты. Уның йомошон ишеткәс, Ғәзим бер талай һүҙһеҙ торҙо ла телгә килде.
– Ҡайһылай йәпһеҙ булды. Кисә һораһаң, тотторор ҙа сығарыр инем. Бына әле генә магазиндан ҡайтып торабыҙ, фатирҙағы йыһаздарҙы алмаштырҙыҡ, әтеү хан заманындағыһы ултыра ине.
Ураҙбай һөйләшеп бөткәс, телефонын өҫтәлгә һалды. Шул мәл унан һаман да ниндәйҙер тауыш килеүен ишетеп, телефонын кире ҡулына алды. Күрәһең, Ғәзим ҡатыны менән үҙ-ара һөйләшә. Унан: “Бынау Ураҙбай аҡса һорай ҙаһа. Кит, ниндәй бөтмәҫ теләнселәү икән. Ялан кеүек өй һалырға аҡсаһы бар, ә башҡаға юҡ. Үлә-бата донъя ҡыуалар. Теләнергә тиһәң, уны ҡуш. Ундай хәйерселәр менән аралашмауың мең артыҡ”... – тигән тауыш ишетелде.
Ураҙбай артабан телефонды тыңлай алманы. Асыуынан ҡаты ғына итеп нимәлер әйтергә теләгәйне лә тыйылып ҡалды. Үҙ ҡолағына үҙе ышанманы. Бына һиңә дуҫ! Нимә ти әле. Имеш, теләнсе... донъя ҡыуа... Ғәрлеге ни тора! Бүтәнсә кешенән аҡса һораһаммы?!
…Иртәгәһен ул банктан ҙур процентҡа булһа ла кредит барып алды. Ҡулына аҡса тотторған мөләйем ҡыҙ ҙа, ишек төбөндә оҙатып ҡалған һаҡсы ла Ураҙбайға был заманда иң яҡын дуҫ булып тойолдо. Ә ҡолаҡта дуҫтарының “Бергә йәшәйек” тигән һүҙҙәре сыңланы...
Читайте нас: