Ғәзиз ҡапыл сәсрәп ауырый башланы. Тән температураһы 39 градусҡа тиклем күтәрелде, башы, тәне ауырта, йөҙ, күҙе ҡыҙарҙы. Бынан ун көн элек ҡала паркына экскурсияға барғайнылар. Әсәһе, дауыллап тора ине, ел һуҡҡандыр, тип бер нисә дарыу биреп ҡараһа ла, малай шәбәймәне. Ғәзиздең
хәл бөттө, күңеле болғанды. Ахырҙа “Ашығыс ярҙам” саҡырҙылар. Табиптар малайға талпан энцефалитын йоғоуон асыҡланы. Был хәбәрҙе ишеткәс, әсә кешенең ҡото осто, сөнки талпандың үтә ҡурҡыныс бөжәк булыуын белә ине. Элек ауылдарында бер малай ошо ауырыуҙан ғәрипләнеп ҡалғайны.
Бәхеткә күрә, Ғәзиз дауаханала оҙаҡ ҡына ятһа ла, һауығып сыҡты.Бына тағы йылы көндәр башланды. Урманға, парктарға сыҡҡанда талпандарҙың һөжүме хаҡында оноторға ярамай, һаҡланыу сараларын күреү мөһим. Бының өсөн асыҡ төҫтәге кейем кейеү, башлыҡ йәки яулыҡ ябыныу, салбар балағын итеккә тығып ҡуйыу мотлаҡ. Шулай уҡ кейемде махсус препарат менән эшкәртеү артыҡ булмаҫ. Даими рәүештә юлдаштарығыҙ менән бер-берегеҙҙең өҫ-кейемен дә ҡарарға онотмағыҙ. Урманда ергә ятыу һәм ултырыу ҙа ҡәтғи тыйыла.